

Байрамда йәрминкә, спорт уйндары ойошторолдо.
Йәрминкәлә ауыл уңғандары үҙҙәре бешергән тәмлекәстәрен, ҡорот, май, ҡаймаҡ һәм башҡа ауыл хужалығы әйберҙәрен һатты. Селек һеперткеһе лә үтемле тауар булып китте, "һә" тигәнсе алып та бөттөләр!
Байрам спорт уйынына барып еткәс, апайҙар ике командаға бүленешеп көс һынаша башланы. Арығансы йүгереп, һикереп, хатта бейешеп тә алғас тәмле итеп сәй эсеп таралыштылар. Байрамға килеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт!