Мәҙәниәт
7 Октября 2021, 08:58

Көҙҙәремә бағам уйсан ғына...

.

Көҙҙәремә бағам уйсан ғына...Көҙҙәремә бағам уйсан ғына...
Көҙҙәремә бағам уйсан ғына...

Көҙҙәремә бағам уйсан ғына,
Тирә-яғым сумған тынлыҡҡа.
Йәй буйына сут-сут һайраған,
Ҡоштар ҙа бит тынған таллыҡта.
Һауалағы һоро болоттар ҙа,
Һытылырға ғына торалар.
Ошо моңһоулыҡҡа һағыш өҫтәп,
Ташлап китер инде торналар.
Ә ағастар аҫыл кейемдәрҙә,
Әйтерһең дә ҡунаҡ ҡыҙҙары.
Йөрәктәрҙе өтөп алыр төҫлө,
Сағандарҙың япраҡ-ҡуҙҙары.

Автор:Гөлиә КӨМӨШБАЕВА
Читайте нас