

- Жюри бейеүебеҙҙе лә, костюмдарыбыҙҙы ла оҡшатты. Баш ҡаланан дәртәләнеп, ҡанатланып ҡайттыҡ, - тине ансамбль етәксеһе, Урман-Бишҡаҙаҡ мәҙәниәт йорто мөдире Әлфирә Рәшитова.
“Йәш йөрәктәр” 2009 йылда ойошторолһа, 2015 йылда ул халыҡ исемен яулай. Район, ҡала кимәлендәге сараларҙа, конкурстарҙа улар әүҙем ҡатнаша. Ансамблгә йөрөүселәр араһында хаҡлы ялдағылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, китапханасылар ҙа бар. Барыһын да сәхнәгә, йыр-моңға һөйөү берләштерә.
- Йыр-бейеү күңелгә дәрт, көс бирә, донъя мәшәҡәттәренән арындыра, - тиҙәр УрманБишҡаҙаҡ бейеүселәре. Үҙҙәре сағыу костюмдар тектереп , ғәҙәти тормошобоҙҙо дәртле бейеүҙәре, йырҙары менән биҙәгән сәхнә оҫталарына яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.
Автор фотоһы.