Мәҙәниәт
18 Сентябрь 2021, 08:40

Бала саҡтың татлы хәтирәһе...

.

Бала саҡтың татлы хәтирәһе...Бала саҡтың татлы хәтирәһе...
Бала саҡтың татлы хәтирәһе...

Бала саҡтың татлы хәтирәһе -
Ҡуян күстәнәсен һағынам.
Күпме тәмлекәстәр сыға ине
Атайымдың урман тоғонан!..

Әкиәттән сәләм: имеш, тағы
Таныш ҡуяныбыҙ осраған...
Һәр кемгә лә өлөш тейһен тиеп,
Күстәнәстәргә ҡарап торам.

Баш тартмайҙар хатта өлкәндәр ҙә,
Һуҙғанымды маҡтап тәмләйҙәр...
Берәй баҙар кәштәһендә бөгөн
Юҡмы икән ошо мәмәйҙәр?!.

Шомһоҙ бала саҡҡа аҙға ғына
Ҡайтарһындар ине яңынан!
...Атайымдың эштән алып ҡайтҡан
Ҡуян күстәнәсен һағынам.



Олеся

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:
Читайте нас