

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларға ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ауылдың тарихы, һуңғы осорҙа башҡарылған эштәр тураһында һөйләнелде. Хөрмәтле кешеләре , иң оло йәштәгеләр ҙә иғтибарһыҙ ҡалманы. Ә инде клуб хеҙмәткәрҙәре килгән халыҡҡа матур концерт программаһы күрһәтеп, ауылдаштарының кәйефен күтәрҙе. Бигерәк тә ауылдың “Ивушка” ансамбле тамашасыларҙың дәррәү алҡыштарына күмелде.
АВтор фотолары