Мәҙәниәт
10 Сентябрь 2021, 04:27

Күрмәй ҡалмағыҙ!

Был йәкшәмбе ҡалабыҙҙың Ленин майҙанында һәм “Нефтсе” стадионында ҙур байрам саралары көтөлә. Ул иртәнән алып кискә тиклем дауам итәсәк.

Күрмәй ҡалмағыҙ!Күрмәй ҡалмағыҙ!
Күрмәй ҡалмағыҙ!

Иртәнге сәғәттәр спорт сараларына бай: 10.00 -дан 11.00 сәғәткәсә фитнес иртә-кроссфит уҙғарыла, артабан еңел атлетика, кикбоксинг, бокс, волейбол ярыштары буласаҡ. Ленин майҙанында йәрминкә лә үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын табыр. Ул 12-00 сәғәттән эш башлай. Көндөң икенсе яртыһы ла ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Футбол буйынса иптәштәрсә матч спорт һөйөүселәрҙе туплар. “Ҡалабыҙ таланттары” тип исемләнгән бай концерт программаһы ла әҙерләнгән. Уйын майҙансыҡтары, ижади күргәҙмәләр ҙә ойоштороласаҡ.

Киске сәғәттәрҙә ишембайҙар һәм ҡалабыҙ ҡунаҡтары өсөн республикабыҙҙың билдәле артистары сығыш яһай.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас