Мәҙәниәт
9 Сентябрь 2021, 14:14

БАЛАН ЙЫЙҘЫМ - БАЛ ҒЫНА

.

БАЛАН ЙЫЙҘЫМ - БАЛ ҒЫНАБАЛАН ЙЫЙҘЫМ - БАЛ ҒЫНА
БАЛАН ЙЫЙҘЫМ - БАЛ ҒЫНА

Балан йыйҙым - ал ғына,
Уны йыйыу - ял ғына,
Шәкәр һипкән ҡырауҙар -
Һуты гүйә бал ғына.

Ал ғына ла, бал ғына,
Ҡулың һоноп ал ғына,
Сәй татына, бәлешкә
Һөйөү ҡушып һал ғына.

Ерем биргән мал ғына,
Янып бешкән - лал* ғына
Урман йәмен йыбанмай
Ҡышҡа алып ҡал ғына.
Ерем биргән мал ғына.


Гүзәл Ситдыҡова

* Лал - фарсысанан башҡорт теленә ингән, янар ҡыҙыл аҫылташ.

 

Фото: https://vk.com/id302553778

Автор:
Читайте нас