Иҫәкәйҙәр элекке заманда ҡунаҡ саҡырышҡанда нисек итеп бер-береһенән кәрәк-яраҡ һорап тороуҙы, күршеләр менән ниндәй йылы мөнәсәбәттә булыуҙы күрһәтһә, маҡарҙар иһә сараның башында ҡыҙыҡһыныусан ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын, әлеге көндөң проблемаларын сағылдырып ҡуйҙы.
Күршеләр тураһында матур мәҡәлдәр әйтелде, ут күршеләрҙең шөғөлдәрен һынап үттеләр. Уҡлау тәгәрәтеп уйнап төрлө наказдар ҙа үтәнеләр.
Байрамыбыҙҙа Ишембай районы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе урынбаҫары Хәсәнова Светлана Фәрғәт ҡыҙының, мәҙәниәт бүлеге методисы Кинйәғолов Фәнил Мәғәфүр улының да ҡатнашыуы ҙур мәртәбә булды. Светлана Фәрғәт ҡыҙы йылы һүҙҙәре менән ҡанатландырып ебәрһә, Фәнил Мәғәфүр улы халыҡ йырын башҡарып, байрамға йәм өҫтәне.
Маҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Иманғолова Эльвира Риф ҡыҙы ла байрам менән ҡотлап үтте һәм иң әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Был көндө көслө ел сығыуҙанмы, әллә икенсе төрлө сәбәптәнме, электр уты һүнеп торҙо. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, элекке кеүек таҡмаҡ әйтеп тә, ҡумыҙ көйөнә лә бейеп алдыҡ.
Сараны матур ғына итеп үткәреп таралғанда Маҡар менән Иҫәкәй ауылы араһына йәйғор төшкәйне, быны беҙ изгелеккә юраныҡ. Алла бойорһа, киләсәктә лә ошондай матур сараларҙа күрешеп торорға, күрше хаҡы - тәңре хаҡын һаҡлап йәшәргә яҙһын! Ил-көндәр тыныс булһын!