Мәҙәниәт
4 Сентябрь 2021, 07:27

Һүҙһеҙ генә китә беҙҙең яндан...

.

Һүҙһеҙ генә китә беҙҙең яндан...Һүҙһеҙ генә китә беҙҙең яндан...
Һүҙһеҙ генә китә беҙҙең яндан...
Һүҙһеҙ генә китә беҙҙең яндан,
Күңелгә бик-бик яҡын булғандар...
Мөһим түгел кем ул, ләкин яҡын,
Һөйгән йәрең, дуҫтар, туғандар...

Урын таба алмайһың, әсе йәштән
Күңелеңдә төйөр ултыра...
Әйтелмәгән һүҙҙәр буран булып
Йән әрнетеп тулай, ҡотора...

Китәләр шул... Йөрәктәрҙә дөрләп,
Янған уттан күмер ҡалдырып...
Беләһең бит кире ҡайтмаҫлығын,
Тик көтәһең күҙең талдырып...

Йә, Хоҙайым, әйтсе! Ниңә һуң ауыр?
Сабырлыҡтар һорайым ҡаршыңда...
Буш ҡул менән китеп барһалар ҙа,
Алып киткән кеүек барһын да...

 
Фото: https://pixabay.com/ru
 
Автор:Азат Хәкимйәнов
Читайте нас