

Ишембай районында пар ҡанатлы, һикәлтәле ғүмер юлдарынан матур атлаусы, бер-береһен яратышып, күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәүсе ғаиләләр бихисап. Был юлы 15 ғаилә юбилейҙарын билдәләр өсөн ҙур сараға йыйылды. Бер пар - гәүһәр, ҡалғандары алтын туйын билдәләне.
Юбилярҙарҙы Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов тәбрикләп Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хатын еткерҙе. Шулай уҡ мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова муниципаль райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы исеменән ҡотлап үтте. Бәхетле парҙар араһында иңгә-иң терәшеп 50 йыл ғүмер иткән Нәжип Вәлиулла улы һәм Рәмилә Барый ҡыҙы Ғайфуллиндар ҙа (фотола) бар ине. Сара тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында.
Автор фотоһы.