

Һәүәҫкәр артистар концерттары менән ҡыуандырһа, ирекмәндәр кескәйҙәр өсөн төрлө спорт ярыштары үткәрҙе. Еңеүселәр бүләктәр алып ҡыуанды.
“Ихаталар” фестивале сиктәрендә “Күршеләр” байрамы ла үтте. Күршеләр байрамы — матур йола. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡалала йәшәүселәрҙең күпселеге үҙҙәренең күршеләрен бик белеп тә бөтмәй. Ошондай сараларҙа күршеләр бер-береһе менән таныша, аралаша.
Сара барышында ҡала Советы депутаты Алексей Пархоменко ихаталарын таҙа, матурлап тотҡан фатир хужаларына бүләктәр һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Автор фотолары