Мәҙәниәт
21 Август 2021, 08:00

Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен

Үткән шәмбе Үрге Әрмет ауылының 350 йыллыҡ юбилейы билдәләнде.

Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһенБыуындар бәйләнеше өҙөлмәһен
Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен

Элек-электән боронғолар ниндәй ҙә булһа ҙур эш башлар алдынан ололарҙан фатиха һорағандар. Был көндө лә тәүге һүҙ Үрге Әрмет ауылының “Ихлас” мәсете имам-хатибы Әбделхай Ильясовҡа бирелде. Ул ауыл халҡын байрам менән ҡотлап үтте.

Байрам шатлығын уртаҡлашырға Ишембай муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, муниципаль район Советы секретаре Рәмил Абдуллин, муниципаль район хакимиәтенең финанс бүлеге мөдире Әлфиә Зыкова, райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова, Йәнырыҫ ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Минияр Маннанов та килгәйне.

- Бөгөн беҙ Үрге Әрмет ауылының 350 йыллығын байрам итергә йыйылдыҡ. Ауылға нигеҙ һалыныуға күп йылдар үтһә лә, уны ҡартайған тип әйтеп булмай. Урамдарға
заманса асфальт юлдар түшәлде, урам яҡтыртҡыстар ҡуйылды, өйҙәребеҙгә газ, һыу үтте, клуб, ФАП, китапхана, магазиндар эшләй, иман йортобоҙ балҡый, - тине тантананы асып Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әнүр Шаһиев. - Һирәк булһа ла, ауылдаштарыбыҙ яңы йорттар һала, кәртә-ҡуралар яңыртыла. Шулай булғас,
ауыл йәшәй һәм йәшәйәсәк.

Һуңғы бер нисә йылда район хакимиәте, хөкүмәтебеҙ ярҙамы менән юлдарға асфальт түшәү дауам итә, Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә, ауыл халҡы менән бергәләп, спорт-уйын майҙансыҡтары төҙөлдө, өлөшләтә һыу системаһы, мәктәп спорт залы түбәләре ремонтланды, зыярат кәртәләре тимергә алмаштырылды.

Эйе, башҡарылған эштәр байтаҡ, эшләнә торғандары тағы ла күберәк, тормош дауам итә. Быйыл Үрге Әрмет ауылының 1 Май урамында ҡойо ҡаҙыласаҡ. Үҙәк һыу системаһына һыу һурҙырғыс башняһы ҡуйыласаҡ, модулле ФАП төҙөләсәк. Алдағы йылда Үрге Әрметтә урам яҡтыртҡыстарын заманса яҡтыртҡыстарға алмаштыра башлаясаҡбыҙ. Санитар таҙалыҡ айлығында ла һәр беребеҙ әүҙем ҡатнаша. Ауылыбыҙҙың таҙалығы, төҙөклөгө үҙебеҙҙән тора. 9 августан республикала Ғәҙәттән тыш хәлдәр режимы иғлан ителде. Көндәр ҡоро, эҫе тороу сәбәпле, урман янғындары арта, шуға күрә беҙҙең ауыл Советы буйынса янғын һүндереү командаһынан тыш, биш трактор һыу мискәләре менән әҙер тора, - тине Әнүр Әҙһәм улы үҙ сығышында.

Азамат Фәрит улы Үрге Әрмет ауылының 350 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, халыҡты оло байрамдары менән ҡотланы, ауылды төҙөкләндереү өсөн Әнүр Әҙһәм улына аҡсаға сертификат тапшырҙы.

- Бындай осрашыу туғандар, күрше-күлән араһын тағы ла яҡынайтыр. Ситтәге ҡәрҙәштәрҙең дә атай йорто менән бәйләнеше өҙөлмәһен, туғанлыҡ ептәре артабан да нығынһын. Һеҙҙе оло байрамығыҙ менән ҡотлайым, - тине ул.

Байрам сараһында ауылда тырышып донъя көткән егәрле ғаиләләр, урам-тирәләре, йорттары әллә ҡайҙан матур булып үҙенә тартып торған өлгөлө ихаталар, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендә әүҙем ҡатнашыусылар һәм ауылым тип тырышып йөрөүсе активистар, үҙҙәренең 70, 80 йәшлек ғүмер байрамдарын билдәләүселәр ҙә тәбрикләнде.

Муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Фәрит улы өлгөлө ихаталарҙың хужалары Әлфиә һәм Руслан Фәйзуллиндарға, Люциә һәм Радик Шәфиевтарға, Мөнирә Ильясоваға, Әминә Рәхимоваға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Районда үткән спорт ярыштарында Әрмет йәштәрен әллә ҡайҙан танып торалар. Сөнки улар бер ярыштан да урынһыҙ ҡайтмай. Быйыл айырыуса уңыштар тос. Муниципаль район Советы секретаре Рәмил Абдуллин сәхнә янына көслө алҡыштар аҫтында спортта әүҙем булған йәштәр - Әнүр Кәримов, Фаил Хафизов, Фидаил Хафизов, Радмир Әбсәләмов, Данил Әбсәләмов, Рауил Латыпов, Риф Ғиззәтуллин, Марсель Ғиззәтуллин,
Динар Мөхәмәҙиев, Альбина Хафизова, Лилиә Симкина, Дамира Сәғиҙуллинаны тәрбикләргә саҡырҙы.

Байрамда үҙҙәре эшләгән ҡымыҙ, сыр, бәлештәрен һатырға алып сыҡҡан уңғандар ҙа бар ине. Мөмкинселек менән файҙаланып, шуларҙың береһе, эшҡыуар Фаил Хафизов
менән әңгәмәләшеп алдым.

- Әле 50-нән артыҡ кәзә аҫырайбыҙ. Уларҙың 10-15-ләбен һауып, һөтөнән сыр, ҡымыҙ әҙерләйбеҙ. Киләсәктә ауылда ферма асып, яҡын ҡала-райондарға сығып үҙебеҙҙең продукцияны һатырға уйлайбыҙ, - ти йүнсел.

Фаил әлегә етештергән һөт аҙыҡтарын тик ауылдаштарына һәм таныштарына ғына һата.

Үрге Әрметтә төрлө байрамдар, мәҙәни саралар үтеп тора. Иҫке генә мәҙәниәт йортон моңло тауыштарға күмгән, һәр бер үткәрелгән сараларҙың уртаһында ҡайнаған Флүзә Латыпова, Фәнилә Кәримова, Сәлиха Фәсхетдинова, Роза Зәйнуллина, Фатима Хәсәнова, Рәмилә Зәйнуллина, Әлфиә Фәйзуллина, Лилиә Хәйруллина, Фәниә Моратшина, Зәйнәп Ғибәҙуллинаға райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова бүләкләп үтте. Әнүр Әҙһәм улы быйыл үҙҙәренең 70, 80 йәшлек ғүмер байрамдарын ҡаршылаусы юбилярҙарҙы сәхнә түренә саҡырҙы. 70 йәшлек Рәмзиә Моратшина, Әминә Рәхимова; 80-де тултырған Фәнир Фәтҡуллин, Флүрә Кәримовалар
тәбрикләнде.

Ауыл активистары ла ситтә ҡалманы. Әрмет ауылы округтарға бүленгән. Һәр округтың үҙ депутаты бар. Ауыл хакимиәте ниндәйҙер эш башлар алдынан ошо актив менән
кәңәшләшә, бер уртаҡ фекергә килә. Был көндө һәр округтан Рима Фәткуллина, Марс Сәлимов, Фәнир Ҡунафин, Рима Шәфиева, Рәис Мөхәмәҙиев ауыл хакимиәте башлығы ҡулынан маҡтау грамоталары алды. Шулай уҡ һәр бер үткән оло сараларҙа тәмле аштары, былауҙары менән һыйлаусы ашнаҡсыларҙы маҡтап, алҡыштар аҫтында уларҙы ла сәхнә түренә саҡырып бүләкләп кителде. Был исемлектә Рәмзиә Моратшина, Земфира Ғәйнәнова, Раушания Әбсәләмова бар ине.

Үрге Әрметтә тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Салауат ҡалаһында йәшәгән, тарихсы, уҡытыусы, “Әрмет ауылы тарихы” китабы авторы Фәрит Ҡадыров менән дә аралашып алдым.

- Үрге Әрмет ауылы Ишембай районында иң өлкән ауылдарҙың береһе. Бөгөн беҙҙең ауылда ҙур байрам, халыҡ уны көтөп алды. Бында 400-ҙән ашыу кеше йәшәй.
Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә ашҡынып, елкенеп, һағынып ҡайтабыҙ Әрметебеҙгә. Эйе, ултырған урыныбыҙ матур. Әммә ауылыбыҙҙың матурлығы уның тырышып, кем
уҙарҙан ярышып, сәмләнеп, замананан артта ҡалмай етеш йәшәргә тырышҡан егәрле кешеләренән дә тора, - ти Фәрит Әхәт улы.

Байрам сиктәрендә төрлө спорт, халыҡ уйындары ла уҙғарылды. Сараны район һәм ауыл мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары концерт номерҙары менән биҙәне.
Тағы ла күп йылдар үтер, бөгөнгө байрам да ауыл тарихында яҡты эҙен ҡалдырыр, ул сарала ҡатнашыусыларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.


Автор фотолары.

Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен
Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен
Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен
Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен
Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен
Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен
Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен
Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен
Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен
Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас