

Башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән, прозала үҙ стилен һәм идеяһын булдырған, кеше һәм тәбиғәт мөнәсәбәте проблемаһын даими яҡтыртҡан әҙиптең тормошона һәм ижадына бағышланған сарала ҡатнашыусыларҙан Гүзәлиә Батыршина менән Рәшиҙә Вәлиева беренсе урынға лайыҡ булды. Уларҙың икеһенең дә – 100-әр балл. Икенсе урын Гөлнара Вәлиеваға (93 балл), Роза Ғүмәроваға (98 балл), Светлана Кәримоваға (96 балл), Гөлдәр Йәрмөхәмәтоваға (93 балл) тәғәйенләнде. Өсөнсө урында – Наилә Байбулдина (88 балл), Илнур Ғөбәйҙуллин (85 балл), Гөлмирә Ғөбәйҙуллина (85 балл), Рәйлә Ибатуллина (83 балл), Юнир Тимербулатов (83 балл), Алһыу Хәмитова (88 балл).
Викторинала еңеүселәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы китапхананың хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Минзәлә Мырҙабаева китаптар менән бүләкләһә, беҙ үҙ сиратыбыҙҙа, «Торатау» гәзите исеменән Маҡтау грамоталары, дипломдар тапшырып үттек.
Районыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүҙә, яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың ижадын пропагандалауҙа әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәтебеҙҙе еткереп, ҙур уңыштар теләйбеҙ. Киләсәктә лә ошо юҫыҡта бергәләп эшләрбеҙ, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Автор фотолары.