Мәҙәниәт
20 Август 2021, 05:15

Ауыл малайынан опера йырсыһына тиклем

Сәнғәттең героика һәм романтика, сатира һәм юморҙы үҙенә туплаған опера жанры менән танышмы беҙ? Опера - ул поэзия һәм музыка синтезы, һүҙ һәм йырсы тауышының драматургияһы. Операла музыка, экспрессия, хореография, һынлы сәнғәт берҙәм йәшәй, бер ҡаҙаҡҡа һуға. Һүҙем буй етмәҫлек сәнғәткә хеҙмәт иткән, шуны һөнәре итеп һайлаған опера йырсыһы, яҡташыбыҙ РӘХИМОВ Илдар Радик улы хаҡында.

Ауыл малайынан опера йырсыһына тиклемАуыл малайынан опера йырсыһына тиклем
Ауыл малайынан опера йырсыһына тиклем

Әле 30-ы ла тулмаған егет Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамларға, армияла хеҙмәт итергә, Н. Йыһанов исемендәге Ҡазан Дәүләт Консерваторияһын ҡыҙыл диплом менән осларға өлгөрә. Ул вокал бүлегендә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Раида Ермохина класында уҡый, стажировканы ла ошо уҡыу йортонда үтә. Был йылдарҙа Илдар бай һәм йөкмәткеле концерт программаһы туплай. Европа, Башҡортостан, Татарстан дирижёрҙары етәкләгән оркестрҙар менән төрлө концерттарҙа, фестиваль, конкурстарҙа ҡатнаша. Лирик тенор тип нарыҡланған тауышын Людвиг ван Бетховендың Тантаналы мессаһында, Нәжип Йыһановтың «Түләк» операһында, Джоаккино Россиниҙың «Севиль цирюльнигы» операһында Альмавива партияһында ишетергә мөмкин.

Операла йырсының тауышы, әлбиттә, беренсе урында, әммә ул, актер һымаҡ, уйнарға ла тейеш. Опера партияһының интонацияһы күп төрлө, шуға ҡарап мимика йыш үҙгәрә, ым-ишара, хәрәкәт менән геройҙың эске кисерештәрен, күңел донъяһын тамашасыға ышандырырлыҡ итеп еткереү зарур. Был бурысты Илдар тырышып үтәй, Өфө сәнғәт училищеһында уҡыған йылдары бушҡа үтмәй: 4 студент йылы - 4 конкурс! Радик Гәрәев, Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге вокалистар конкурсы, РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы Баныу Вәлиеваның 100 йыллығы хөрмәтенә йәш йырсылар бәйгеһендә, Нефтекама ҡалаһында уҙғарылған Романсиадала лауреат исеменә лайыҡ була. Һәр бәйгенең артында эҙләнеүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр, тырышлыҡ, ныҡышмалы хеҙмәт ята. Илдар һәр ваҡыт алдына аныҡ маҡсаттар ҡуя, яҡты хыялдар менән йәшәй, шул үҙе ынтылған үргә, һис тайпылмай, бара белә. Ҡазандағы студент йылдары ла емешле була егеттең. 5 студент йылы - 5 конкурс! Рәшит Ваһапов исемендәге халыҡ-ара фестиваль, Сәлих Сәйҙәшев исемендәге республика конкурсы, Санкт-Петербург ҡалаһында йыл һайын үткән йәш йырсылар смотры, Рөстәм Яхин исемендәге халыҡ-ара конкурс, Өфөлә үткән Миләүшә Мортазина исемендәге Бөтә Рәсәй конкурстарының лауреаты була.

Быйыл йәйҙең эҫе көндәрендә Илдар үҙе өсөн бик мөһим уңышҡа ирешә. Екатеринбург Дәүләт академия опера һәм балет театрында һынау тота, уны уңышлы үтә: театрға солист итеп эшкә саҡырыла. Яңы ерҙә, яңы коллективта яңы уңыштар юлдаш булһын, тип теләйек яҡташыбыҙға. Бер заман Ишембай сәхнәләрендә лә уның тауышы яңғырар әле тигән өмөттә ҡалайыҡ.

 

БЛИЦ-ҺОРАУ:

- Мин бит һине Кинйәкәй ҡыҙы, ике туған һеңлем Розаның улы итеп кенә беләм. Ҡалғаны – ҡараңғы төн...

- Мин Алмалы ауылы малайы, 1991 йылдың алтын көҙөндә Радик һәм Роза ғаиләһендә беренсе шатлыҡ булып донъяға килгәнмен. Атайымдың гармунда уйнауы, әсәйемдең моңло йырҙары мине музыка тигән серле донъяға яҡынайтты.

- Һин бик ҡатмарлы сәнғәт төрөн һайлағанһың. Юл башында кем етәкләне?

- Петровскиға күскәс, мин Мәҙәниәт һарайының вокал, хор түңәрәктәренә йөрөнөм. Йыр йырлауҙың тәүге һабаҡтарын түңәрәк етәксеһе Нәҙерғолова Рәмилә Минеғужа ҡыҙы һеңдерҙе. Йәш, һылыу, моңло тауышлы Рәмилә апаның дәрестәренә бик теләп йөрөнөм, уға рәхмәтем сикһеҙ.

- Йырсыларҙың “тауыш гигиенаһы” тигән төшөнсәһе бар. Тауышты юғалтмау өсөн ни кәрәк?

- Йоҡо. Тулы, сәләмәт йоҡо. “Башыңды – һыуыҡта, аяғыңды йылыла тот” тигән лаҡап беҙгә бармай, беҙгә гел йылы кәрәк.

- Туҡланыу рационы беҙҙекенән айырыламы?

- Беҙҙең бер педагог “тауышты ашатып торорға кәрәк” тип әйтергә ярата ине. Насар ғәҙәттәр менән дуҫ булмаҫҡа кәрәк, ныҡ эҫе, ныҡ һыуыҡ, әсе ризыҡтар ярамай, ә ҡалғаны бөтә кешенеке кеүек: ит, балыҡ, һөт ризыҡтары, йәшелсә-емештәр.

- Күп опера йырсылары халыҡ йырҙарын да оҫта башҡара. Һинең репертуарыңда башҡорт халыҡ йырҙары бармы?

- Халыҡ йырҙарына мөхәббәтем бәләкәс саҡтан
әсәйемдең бишек йырынан, ауылдаштарымдың
табын йырҙарынан үҫмер сағымдан уҡ килә. “Сибай”, “Һандуғас” – иң яратып йырлаған йырҙарым.

- Иң бәхетле көнөң?

- Улар икәү. Беренсеһе – Нәжип Йыһанов исемендәге Ҡазан Дәүләт Консерваторияһының студенты булған көн, икенсеһе – Екатеринбург дәүләт академия опера һәм балет театрының солисы булыуым.

- Ғәфү ит, ә ҡараңғы көнөң?

- Миңә 17 йәш. Дыуамал йәшлек, юлдар асыҡ, шағир әйтмешләй “ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек” ваҡыт. Ҡояшлы көндә йәшен һуҡҡандай, бер көндө бер юлы әсәйемде һәм һеңлемде юғалттым. Минең ғүмерлек ҡайғым улар. Музыкаға, ғөмүмән, сәнғәткә һөйөү, тырышлыҡ, еңмешлек әсәйҙән миндә. Минең бәләкәй генә уңыштарым, яулаған
үрҙәрем уның яҡты рухына, минән риза булыуына арнала.

- Күңеллерәк һорау – кәләшең бармы?

- Бик матур кәләшем бар минең. Исеме Регина, Өфөнән, башҡорт ҡыҙы. Ҙур авиакомпанияла стюардесса булып эшләй.

 


Фотолар ғаилә архивынан.

Ауыл малайынан опера йырсыһына тиклем
Ауыл малайынан опера йырсыһына тиклем
Ауыл малайынан опера йырсыһына тиклем
Ауыл малайынан опера йырсыһына тиклем
Автор:Әнисә СӨЙӘРҒОЛОВА.
Читайте нас