

Сараға оло йәштәгеләр һәм балалар саҡырылды. Дарыу үләндәре тураһында төрлө китап-журналдарҙан һәм киптерелгән үләндәрҙән күргәҙмәләр эшләнде. Балаларға дарыу үләндәрен ҡасан һәм нисек йыйырға, нисек киптереү һәм һаҡлау, ҡайһы саҡта ҡулланыу тураһында аңлатып киттек. Ололар үҙҙәренең фекерҙәре менән бүлеште. Сара аҙағында хуш еҫле үләндәрҙән эшләнгән сәйҙән ауыҙ иттек.