Мәҙәниәт
16 Август 2021, 04:32

Яңғыҙлыҡтың көнө - йылдай...

.

Яңғыҙлыҡтың көнө - йылдай...Яңғыҙлыҡтың көнө - йылдай...
Яңғыҙлыҡтың көнө - йылдай...

Яңғыҙлыҡтың көнө - йылдай,
Ҡабаланмай, яй үтә.
Ә яңғыҙҙар быға күнеп,
Ғүмер йомғағын һүтә...

Таң ата ла кис була, ти,
Парлы йәрҙәр зарланып.
Ә яңғыҙҙар таң атыуын
Көтөп ала зарығып.

Яңғыҙлыҡты был тормошта
Берәү ҙә hорап алмай:
Бәғзеләр үҙ ишен юғалта,
Кемдәрҙер парын тапмай.


 

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Марс Сәйетғәлин
Читайте нас