Мәҙәниәт
13 Август 2021, 03:00

Үҙем доға ҡылам, ә үҙемдең...

.

Үҙем доға ҡылам, ә үҙемдең...Үҙем доға ҡылам, ә үҙемдең...
Үҙем доға ҡылам, ә үҙемдең...

Үҙем доға ҡылам, ә үҙемдең
Күҙҙәремдән тып-тып йәш тама...
Балалары өсөн һорағанда
Тулышалыр йәшкә һәр әсә.

Бала бармағына шырпы керһә,
Ҡаҙала ул әсә йәненә.
Иртән балаң йыраҡ сәфәр сыҡһа,
Кискә күңел уны һағына.

Ғәзизенә берәй борсоу килһә,
Телгеләнә әсә йөрәге.
Балалары тик бәхетле булһын,
Һәр әсәнең изге теләге.

Улар өсөн доға ҡылған саҡта,
Аллаһынан ярҙам көтәһең.
Белә микән бала, әсәһенең
Доғалары һаҡлап йөрөткәнен?

Үҙем теләк теләйем, ә күҙемә
Йәш тулыша бара һиҙелеп.
Ҡабул итсе, Раббым, был доғамды
Балам өсөн һорайым өҙөлөп...

 

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Гөлара Шәрипова
Читайте нас