Мәҙәниәт
12 Августа 2021, 02:51

Бахырлыҡ

.

БахырлыҡБахырлыҡ
Бахырлыҡ

Бахырлыҡты байраҡ итеп болғап
Йәшәгәндәр күпкә өлгәшә.
Ундайҙарға тормош үҙ өлөшөн
Самаһыҙ ҙа йомарт өләшә.

Ғүмер буйы бахыр булып йәшәү
Кемдәргәлер оҡшай, килешә.
Бахыр йәндәр әммә ғорурҙарҙан,
Ихтыярлыларҙан көнләшә.

Һуңғы телем икмәк ҡалғанда ла,
Кеше өлөшөнә ҡул һуҙмам.
Бөлгөнлөктән бөгөлөп төшкәндә лә,
Меҫкен бахырлыҡҡа ҡол булмам.

Һуңғы тинем усты ҡырҡҡанда ла,
Уртымдағы ҡанды йотормон.
Тормош майҙанында мин барыбер
Бахырлыҡты еңеп отормон.

 

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Зөһрә Ҡотлогилдина.
Читайте нас