Мәҙәниәт
11 Август 2021, 18:40

КИСЕР МИНЕ

.

КИСЕР МИНЕКИСЕР МИНЕ
КИСЕР МИНЕ

Һинең алда ғәфү үтендем мин -
Әллә өндә, әллә төшөмдә.
Кисереүең шул булдымы икән -
Бөртөк йәшең тамды түшемә.
Ул күҙ йәше, гүйә, ҡуҙ булды ла,
Мин уяндым йөрәк яныуҙан.
Ғәйебемде һинең алда түгел,
Ғазапландым үҙем таныуҙан.
Мин, моғайын, мине ғәфү итмәм -
Аңлашылмай әле сәбәбе.
Үҙ-үҙемде үҙем яфалайым.
Был йөрәгем - яза көбәге.
Ғазаптарҙан өмөт тиртеп сыға -
Тимәк, әле уртаҡ ниҙер бар.
Ағастағы алма түгел әрнеү.
Их, ҡайҙа һуң, йәндән өҙ ҙә ал!
Кисер мине!
Тауҙар һиҫкәндеме?
Ойоған күл ҡуйҙы сайҡалып.
Ҡояш булып ҡабат балҡыһаҡ та,
Йөрәктәрҙә ярты ҡалыр.
Кисер мине!..

 

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Лариса Абдуллина.
Читайте нас