Мәҙәниәт
8 Август 2021, 14:20

Ғүмерем дә үтеп бара...

.

Ғүмерем дә үтеп бара...Ғүмерем дә үтеп бара...
Ғүмерем дә үтеп бара...

Ғүмерем дә үтеп бара
Һорап та тормай минән. 
Көндәрҙе артта ҡалдырып 
Ваҡыт атында еләм. 
Баш эймәйем һынауҙарға,
Бирешмәйем яҙмышҡа. 
Ҡай сағында утҡа һалып, 
Батырһа ла һағышҡа. 
Йәшлегем дә әкрен генә
Ҡул болғап тороп ҡалды. 
Уйсан ғына көҙгә керәм, 
Үҙем һағынам яҙҙы. 
Баландарҙың, миләштәрҙең
Ҡыҙарып бешкән сағы. 
Мөхәббәтле яҙҙарыма 
Ҡайтһам ине мин тағын. 
Һалҡын көҙҙөң матурлығы
Әбейҙәрҙең сыуағы. 
Хоҙай биргән һәр бер көнгә 
Йәшәйексе ҡыуанып.

 

Фото: https://vk.com/id134971805

Автор:Гөлиә КӨМӨШБАЕВА
Читайте нас