Өй янында ябай ағас ҡапҡа,
Атайымдан ҡалған ҡомартҡы.
Ваҡытында ул "модала" ине хатта
К(ы)рышалы урыҫ ҡапҡаһы..
Атайымдың йөрәк, ҡул йылыһын,
Һаҡлағандай һәр бер таҡтаһы.
Әйткән кеүек ишек асҡан һайын,
- Күптән кәрәк ине ҡайтаһы.
Тотҡаһы ла ҡулға шундай йылы,
Әле генә кемдер тотҡанмы.
Әллә инде әсәй-атайымдың,
Саф хистәре шунда йоҡҡанмы.
Өй янында ябай ағас ҡапҡа,
Атайымдан ҡалған ҡомартҡы.
Ҡолас ташлап тағы ҡаршы ала,
Үҙенә килгән һәр бер ҡунаҡты.
+28 °С
Болотло



