

Йәш ҡоймайса, тауыш сығармайса
Илай белә бары йөрәк кенә.
Йөрәктәрҙең ниндәй сағы булмаҫ-
Ҡағылығыҙ, бер үк, ипләп кенә.
Бушанаһы килгән саҡтар ҙа бар,
Юҡ, бушанып булмай һөйләп кенә.
Ни һалһаң да, тамсыһын да түкмәй
Һыйҙыралыр бары йөрәк кенә.
Фото: https://pixabay.com/ru