

Ҡайын туҙынан эшләнгәнлектән ул магазинда һатылғанға ҡарағанда таҙа, сәләмәтлеккә зыян килтермәүе менән айырыла. Һаулыҡ өсөн файҙалы булыуын медицина ла таный.
Ҡара һағыҙ тештәрҙе, ауыҙ ҡыуышлығын таҙарта. Шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк һәм башҡа ағзалар эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.
Элек ауыл инәйҙәре ҡайын туҙынан яһалған һағыҙҙың файҙаһын белгәнлектән уны яҙ һайын күмәкләп ҡайнатҡан.
Ҡара һағыҙҙы берәүҙәр ҡыҙыҡ күреп, икенселәр һаулығын нығытыу өмөтө менән сәйнәй. Был кәсептән аҙмы-күпме килем дә алғандар.
Беҙ ҙә ауыл ағинәйҙәре менән электән килгән йоланы тергеҙеү маҡсатында ҡара һағыҙ ҡайнатыу серҙәренә өйрәндек. Гөлфирә, Назия, Хәлимә апайҙарыбыҙ һағыҙ ҡайнатыу серҙәре менән бүлеште.
Тәбиғи һағыҙың булғанда, “Орбит” ары торһон! Тимәк, ниндәй һығымтаға киләбеҙ?! Һуңғы йылдарҙа башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, ырым – юрауҙары юҡҡа сығып бара. Йәш быуын заманса һаулыҡтарын нығытыуға ҙур иғтибар бүлә башланы. Шулай ҙа халҡыбыҙҙың борондан килгән ырым – юрауҙарына, дауалау ысулдарына ла иғтибар бүлергә кәрәктер, тип уйлайбыҙ. Сөнки беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың һауаһы таҙа, тәбиғәте бай, һаулығыңды нығытыу өсөн бөтә нәмә беҙҙең ҡул аҫтында. Ҡәҙерен генә белергә кәрәк!