

Мәҙәниәт һәм ял паркында кескәйҙәр өсөн байрам ойошторолдо. Мәсекәй әбей һәм Ҡыш бабай балаларға йомаҡтар ҡойҙо, бергәләп бейеп күңел дә астылар. Артур Заһиҙуллин башҡарыуында йырҙы һәм Альбина Солтанованың бейеүен һәр кем оҡшатты, тамашасылар уларҙы алҡыштарға күмде.
Кескәйҙәр өсөн майҙансыҡта “уҡыусы эскәмйә”, һүрәт төшөрөү һәм башҡа оҫталыҡ дәрестәре булды. Ҡыш бабай балаларға туңдырмалар таратырға ла өлгөрҙө.
Автор фотолары.