Мәҙәниәт
26 Июль 2021, 18:46

Ә һеҙ бәхетле була беләһегеҙме?

”Бер ауылда бер ҡарт йәшәгән. Ул донъя йөҙөндәге иң бәхетһеҙ кешемен, тип иҫәпләгән үҙен. Бар ауыл биҙрәгән унан: ул һәр ваҡыт кәйефһеҙ, ҡараңғы, ҡәнәғәтһеҙ йөҙ менән йөрөгән. Туҡтауһыҙ зарланған.

Ә һеҙ бәхетле була беләһегеҙме?Ә һеҙ бәхетле була беләһегеҙме?
Ә һеҙ бәхетле була беләһегеҙме?
Ҡартая барған һайын уның был холҡо тағы ла яманыраҡҡа, түҙеп тормаҫлыҡҡа, ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙе ағыулыраҡҡа әйләнгән. Кешеләр уны әллә ҡайҙан урап үткән, ҡасырға тырышҡан: бәхетһеҙлек тиҙ йоғоусан бит. Бәхетһеҙ кеше эргәһендә бәхетле булып баҫып тороу уңайһыҙ ҙа тойолған.
Әммә бер ваҡыт, һикһән йәше тулғас, ҡарт үҙгәргән дә ҡуйған: ул бер нигә лә зарланмай, йылмая, йөҙө нур сәсә, шул тиклем бәхетле ти үҙе. Был хәбәр тиҙ генә ауыл буйлап таралған һәм ауылдаштары ҡарттың йорто янына йыйылған.
– Һиңә ни булды? – тип һораған улар ҡарттан.
– Бер ни ҙә булманы, – тип яуаплаған ҡарт. –Мин һикһән йыл буйы бәхетле булырға тырыштым, әммә бер ни ҙә килеп сыҡманы. Хәҙер мин тырышмайым, бәхеттән башҡа йәшәп ҡарарға уйланым. Шуға ла мин бәхетлемен…”
Ә һеҙ бәхетле була беләһегеҙме?
 
 
Сығанаҡ: https://vk.com/baskortomdonmonlohazinahi?w=wall-30641648_43448
 
 
Фото: https://pixabay.com/ru
Автор:
Читайте нас