

Һайран ауылында тыуып, ғүмер буйы ошо ауылда йәшәгән, эшләгән инәй үҙенең тормошо, хеҙмәте менән ауылдаштарының хөрмәтен яулаған. Бала сағы, үҫмер осоро ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Тәүҙә Һайран, Этҡол, һуңынан Маҡар мәктәптәрендә уҡып 10-сы класты тамамлағандан һуң, артабан белем алыу дәрте лә була ҡыҙҙың. Ләкин Һайран мәктәбенә уҡытыусылар етмәүе арҡаһында, уны уҡытырға саҡыралар. Шулай итеп 1943 йылда 17 генә йәшендә ҡыҙ уҡытыусылыҡ эшенә тотона. Артабан белемен камиллаштырыу ниәтен дә тормошҡа ашыра. Ситтән тороп Салауат педагогия училищеһын, Стәрлетамаҡта уҡытыусылар институтын тамамлай.
- Ауыр һуғыш осоронда эш башланым. Унда мәктәптә уҡытып ҡына ҡалманыҡ, бөтә көсөбөҙҙө һалып балалар менән колхозда ла тир түктек. Ул йылдарҙа балалар бик күп булды, һәр класта 30-40-ар уҡыусы белем алды. Колхозда игенде йыйып бөтөп октябрҙә саҡ уҡый башлай инек, - тип йәшлек осорон иҫкә алды математика уҡытыусыһы.
Һуғыш тамамланған йылда ошо ауыл егете Кәбир Иҫәновҡа тормошҡа сыға. Ире лә байтаҡ йылдар уҡытыусы булып хеҙмәт итә, башҡа яуаплы вазифаларҙы ла биләй. 33 йыл ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә арнаған Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы, Һайран мәктәбенә Фәрит Хәбиров етәкселек иткән йылдарҙы ла айырым йылылыҡ менән хәтергә алды.
Хеҙмәтен данлаған мәртәбәле наградалары ла аҙ түгел ағинәйҙең. “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” һәм башҡа миҙалдары ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡлана. Башҡорт АССР-ы Мәғариф инистрлығының Почет грамотаһы ла тырыш хеҙмәте тураһында һөйләй.
Тормош иптәшем дә бик яҡшы кеше ине, тип хәҙер инде мәрхүм булған ире тураһында ла иҫтәлектәре менән бүлеште Мәрйәм инәй. Татыу ғаиләлә һигеҙ бала донъяға килә. Үкенескә, бөгөнгө көндә уларҙың дүртәүһе генә иҫән. Үҙҙәре арыу ғына йәшкә етһәләр ҙә, әсәйҙәре эргәһендә йүгереп йөрөгән балаларына ҡарап Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙының бик тә бәхетле булыуына инандыҡ. Үҙе лә был тойғоларын йәшермәне.
- Бик бәхетле ҡартлыҡ кисерәм. Балаларымдың һәр береһенең эше бар, ҡайһыһылыр хаҡлы ялға сыҡты, донъялары матур. Уларҙың ихтирамында, тәрбиәһендә ғүмер итәм, - тине ул ҡәнәғәт йылмайып.
Әлеге көндә кесе улы Шамил һәм килене Ләйсәндең төп иғтибарында йәшәй. Башҡа балалары ла төп өйгә ашҡынып ҡайта, 11 ейән-ейәнсәргә, 18 бүләбүләсәргә бәхетле өләсәй ҙә ул.
- Әсәйем әле лә беҙгә кәңәштәрен биреп ултыра. Хәтере лә шәп. Әле булһа “Торатау” гәзитен уҡый, башҡа республика баҫмаларын да алдыра. Донъянан артта ҡалмаҫҡа тырыша. Бер көн килеп инһәк, телевизорҙан хоккей ҡарап ултыра. Ниндәй командалар уйнағанын, ниндәй иҫә менән уйын барғанын әйтеп һалып, беҙҙе лә ғәжәпләндерҙе. Ҡайҙа ниндәй яңы үҙгәрештәр, яңылыҡтар бар, барыһын да белә, хатта беҙгә өйрәтә әле ул, - тине әсәһе менән ғорурланып Тәнзилә Вәлишина. Уға килене Ләйсән Иҫәнова ла ҡушылды.
- Килен булып төшкәндә 21 йәшлек кенә инем. Үҙемде лә тормош көтөргә өйрәтте. Балалар тыуғас, балаларымды ҡарашты. Рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ, - тине ул.
Уҡытыусы хаҡлы ялға сыҡһа ла, һәр ваҡыт уҡытыусы булып ҡала. Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙын уҡыусылары ла онотмай. Өйгә килеп тә хәлен беләләр, урамға сыҡһа ла, эргәһенә туҡталмай китмәйҙәр.
Әле лә, 95 йәшлек юбилейын ҡаршылағанда ла, ауылдаштары, яҡташтары ағинәйҙе ҙурлап килеп етте.
Ишембай районы муниципаль районы Советы секретары Рәмил Абдуллин юбилярҙы тәбрикләп, район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахмановтың ҡотлау һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.
Муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ла Мәрйәм инәйҙе йылы һүҙҙәргә, бүләктәргә күмде. Өлгөлө тормош юлы үткән ағинәйгә ҡарата тәрән һоҡланыу хистәре сағылды уларҙа. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Диана Ғәйнуллинаның Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән тәбрикләп, ветеран уҡытыусыға иҫтәлекле бүләк тапшырыуы ла байрамдың бәҫен арттырҙы. Һайран ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Вәлиевтың һәм башҡа ауылдаштарының сығыштарында ла изге теләктәр яңғыраны. Ә инде “Һайран” фольклор коллективының дәртле йырбейеүҙәренә, таҡмаҡтарына 95 йәшлек
инәй ҙә түҙеп торманы, улар менән бейеүгә төшөп китте.
Һуғыш осорондағы, унан һуңғы ауыр йылдарҙағы һынауҙарға бирешмәгән, көслө рухы, тырыш хеҙмәте, үрнәкле ғүмер юлы менән ихтирам яулаған инәйҙең йәштәргә әйтер һүҙҙәре лә бик урынлы:
- Ғүмер үтә лә китә, һиҙелмәй ҙә ҡала. Матур йәшәргә, тырышып эшләргә кәрәк. Яҡшы һүҙгә бер ни етмәй. Бербереңә яҡшы мөғәләмәлә булығыҙ. Илде алға ебәреү өсөн тырышығыҙ. Иң мөһиме - һуғыш ҡына сыҡмаһын, - тине ул яҡташтарына ихлас рәхмәт белдереп.
Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы кеүек ағинәйҙәребеҙҙең һәр кәңәше, һәр һүҙе ҡиммәт. Уларҙы ҙурлау – йәш быуын өсөн матур өлгө.
Автор фотолары.