

Бесән етте, тирә-яҡты
Йәш үләндең еҫе сорнаны.
Әйтерһең дә күңел шуны көткән
Үткәндәргә ҡайтып ураны.
Һәр иртәлә ауыл өҫтәрендә
Сыңлап торҙо салғы сүкеүҙәр.
Шажылдатып әсәй һыйыр һауа,
Мөңөрәшеп китә көтөүҙәр.
Эх, күңелле булған бесән эшләү,
Көтөп алған үҙе бер байрам.
Иңдәренә салғы һалып атам-әсәм,
Сығып китә, иҫтә шул ҡалған.
Таңғы ысыҡ китә, эй, һибелеп,
Ҡолас йәйеп бесән сапҡанда.
Шаулап тора ялан-бакуй йыйып,
Аттар менән күбә тартҡанда.
- Бынау ерҙе сапмай киттем, ҡыҙым,
Бигерәк эре еләк тәлгәше.
Туҡтап бер аҙ хәл алғанда ғына,
Әсәм миңә шулай өндәшә.
Еләк йыям, ипләп өҙәм үҙем,
Ҡойолоп ҡына берүк бөтмәһен.
Бигрәк тәмле ҡыңғ(ы)рау сәскәһенә,
Тултырылған еләк иҙмәһе.
Ялан уртаһында эштәр ҡайнай,
Тырма тотоп бесән йыялар.
Берәүҙәре ос һәнәген алып,
Бәһлеүәндәй кәбән ҡоялар.
Һағынып ҡына иҫкә алыр мәлдәр...
Әле лә бит бесән сабалар.
Бесәнлектә гөрләй тракторҙар,
Өнһөҙ тора өйҙә салғылар...
Һәр замандың була үҙ заңы,
Тик тарихта ҡалыр шул салғы...
Фото: https://ok.ru/rassypnaya/topic/67079600223592
Гөлиә Көмөшбаева