

“Зәңгәр тауҙар” ҡуйынында
Бар әкиәт донъябыҙ.
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Арҙаҡлы яҡташыбыз.
“Ер биҙәге” урманды
Данлай әҫәрҙәрендә.
Ябай ғына урмансылар
Герой китаптарында.
“Һайлап алған яҙмыш”ына
Һис тә әҙип үкенмәй.
“Зәңгәртауҙа аҡ болан”ы
Һис кенә лә ташламай,
- тип йырлай Ҡолғона ауылы ағинәйҙәре үҙҙәренең күренекле яҡташтары Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, “Башҡорт АССРның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев, Халыҡтар дуҫлығы, “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордендары, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ҡарары менән милләтте туплауҙа, башҡорт телен, рухиәтен үҫтереүҙәге хеҙмәттәре өсөн “Ал да сәс нур халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләнгән, кирәй-ҡыпсаҡ ырыуының аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе, башҡорт әҙәбиәтенең 10-дан ашыу эпик йөкмәткеле романдар, 30-ҙан ашыу үткер проблемалы повестар, күп һанлы хикәйә һәм очерктар авторы Ноғман Мусин тураһында.
Үҙе иҫән саҡта уҡ башҡорт әҙәбиәтенең классигы булып танылыу алған башҡорт урмандары йырсыһы, ысынлап та, бәхетле яҙмышлы оло шәхес.
Яҡташ яҙыусыбыҙ ошо йәмле йәй уртаһында 90 йәшлек мәртәбәле юбилейына аяҡ баҫа. ХХ быуатта тыуып, йәшәп, 70 йылдан артыҡ ижад иткән әҙиптең башынан, куңел түренән ил, халыҡ тарихында булған күпме хәл-ваҡиғалар, кеше яҙмыштары үткән! “Мәңгелек урман” дилогияһындағы ваҡиғалар сылбыры ХIХ быуаттан
башланһа, башҡорт халҡының 1704-1711 йылдарҙағы ихтилал етәксеһе, Бөрйән ырыуы батыры Алдар Иҫәкәев тураһындағы “Шунда ята батыр һөйәге” романы ХVIII
быуатҡа барып тоташа. Һәр бер әҫәренә күпме физик һәм йөрәк көсөн түкте икән әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы? Ҡәләм оҫтаһының яҙмышы ил хәстәре, халыҡ, кеше һәм тәбиғәт араһындағы проблемалар менән тығыҙ бәйләнгән. Ижады халыҡсан, тәбиғәткә, кешеләргә оло һөйөү, нескә миһырбанлыҡ сағыла уларҙа. Ысынлап та, һоҡландырғыс ижад! Барый Ноғоманов үҙенең бер шиғырында былай тип яҙҙы:
Өлкән дуҫым!
Тормош һинең диңгеҙ,
Тулҡындарын көн дә ҡағаһың,
Аҫыл ынйыларын табаһың!
Тормош диңгеҙендә аҫыл ынйыларҙы табыу бик еңел түгел! Ә яҙыусы эҙләй, таба! Уның һәр бер әҫәре әҙәбиәтебеҙҙәге ҡабатланмаҫ, күҙҙең яуын алған аҫыл ынйы! Шағирәбеҙ Зөһрә Ҡотлогилдина Ноғман Мусинды «әҙәбиәт донъяһында тамырҙары тәрән киткән дәү ҡарағай» менән сағыштыра. Тамырҙары ер-әсәнән һут алған ҡарағай ел-дауылдарға бирешмәй, башын күккә сөйөп ғорур тора. Башҡорт урманын, тәбиғәтен уның кеүек һүрәтләгән, уны һаҡлау проблемаларын ҡыйыу күтәргән башҡа яҙыусы юҡ тиһәң дә була. Халыҡ яҙыусыһы: “Ер йөҙөндәге иң еңел файҙалана торған иң ҡиммәтле байлыҡ - урман. Шуға ла уның ҡәҙере юҡ”, - тип борсола. “Урман кешегә кәсеп кенә түгел, бөтә ер йөҙөнә тормош биреүсе, йән өрөүсе, микроклимат тыуҙырыусы көс. Ҙур-ҙур урман массивтарын юҡҡа сығарыуыбыҙ тураһында уйлап та бирмәйбеҙ. Ошо арҡала күпме ваҡ йылғалар ҡорой, ҙурҙары күҙгә күренеп һайыға, климат та насар яҡҡа үҙгәрә. Ошолар тураһында иң юғары трибуналарҙан купме һөйләйҙәр, закондар ҡабул итәләр, яҙалар, бәхәсләшәләр, ә урман ҡырҡыу һаман тәртипкә һалынмай”, - тип әсенеп һөйләй “Таң менән сыҡ юлдарға” романының геройы Ризуан Әхмәтшин. Был әҫәрен әҙип 1982-1986 йылдарҙа яҙа. 40 йыл ваҡыт үтеп киткән! Был проблема һаман да көнүҙәклеген юғалтмай.
“Урман яҙмышы - ул ер яҙмышы, ә ер яҙмышы - халыҡ яҙмышы. Бындай яҙмыштар менән шаярырға ярамай беҙгә!”- тип яҙыусының киҫәтеүе лә бик тә урынлы. Һәр бер ҙур йылғаның башы – ул бәләкәй генә шишмә.
Ил ағаһы Нөғәмәндең (әсәһе Вәсилә өләсәй уны яратып шулай тип йөрөтә торғайны) тормош һәм ижад юлы ла зәңгәр тауҙар, ҡуйы урмандар уратып алған, һауаһынан бал еҫе аңҡыған, сылтырап ағып ятҡан шишмәләренең һыуы эсеп туйғыһыҙ тәмле булған ғәжәп бер матур илдән - элекке Маҡар районының Ҡолғона ауылынан башлана. Атаһы Муса улы Сөләймәнде ауылдаштары “һыу һөлөгө кеүек матур, ҡарағайҙай таҙа, изге күңелле кеше ине” тип хәтергә алыр булғандар. Белемле, урыҫ, латин, ғәрәп телдәрен яҡшы белгән, һәр эшкә оҫта, көслө, саф күңелле, шаян холоҡло атаһы буласаҡ яҙыусы өсөн “әҙәм балаһы ғүмер баҡый күккә ҡарап һоҡланған, ымһынған, тик бер ваҡытта ла буйы етмәгән иң яҡты йондоҙ” була. 31 йәшендә генә яҡты донъяларҙан китеп барған атаһын юҡһыныу, үҙен атайлыларҙан кәм күреү тойғоһо яҙыусыны ғүмер буйы ташлап китмәй. Уға тормош әлифбаһын өйрәтеүсе, үҙенә һыйындырыусы, атаһын алмаштырған ҡәҙерле кешеһе олатаһы була. Ғәзиз әсәһе һәм олатаһы биргән тормош һабаҡтары буласаҡ әҙипкә ғүмере буйына тоғро юлдаш булып ҡала. Өс ҡыҙын, бер бөртөк улы Нөғәмәнде ел-ямғырҙан, һыуыҡтарҙан, ыжғыр бурандарҙан ҡурсалап, ҡәҙерләп үҫтерә Вәсилә өләсәй. Заманалар нисек кенә ауыр булмаһын, һынмай, бөгөлмәй әсә! Ҡөрьәнде яттан белгән, бер ваҡытта ла биш намаҙын ҡалдырмаған, ураҙаһын тотҡан, ауырығандарҙы өшкөрөп шәбәйткән әсәнең ауылдаштары араһында абруйы көслө була. Белемле, сабыр холоҡло, көслө рухлы ҡатын атаһынан 2 генә йәшендә етем булып ҡалған улының тормошта ҙур үрҙәр яулауын күреп, уға рәхмәтле булып, 80-се тиҫтәне ваҡлағанда әхирәткә күсте. Шундай матур ғаиләлә тыуып үҫеүе менән дә бик бәхетле яҙыусы! Ауылында иң беренсе булып урта һәм юғары белем алған тырыш, сәмсел, маҡсатына ынтылған, егәрле кеше булып та таныла ул. “Урманда төрлө ағастар бар: ҡартайғандары, сирлеләре, кәкреләре...Кешеләр ҙә шулай төрлө”, - тип әйтеп ҡуя яҙыусы. Һәм үҙенең балалар өсөн яҙған хикәйәләренең геройы Әбделнәғим бабай исеменән былай ти: “Кешенең дә, кейектең дә - һәр нәмәнең уғата матуры була”. 90 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйынған башҡорт урманының йырсыһы Ноғман Мусин үҙе лә уғата матур кеше. Уны халыҡ тарихын, ил яҙмышын һаҡлаған тере энциклопедия тип атарға ла мөмкин. Йор һүҙле, шәп хәтерле, күҙҙәре янып торған, әле лә әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынып, янып-көйөп йәшәгән ил ағаһына 90
йәште биреп тә булмай.
Быйыл апрель айында Ишембай районы һәм ҡалаһының мәғариф бүлеге уҡытыусыларҙың “Илем. Телем. Ерем.” тип аталған әҙәби-музыкаль кисәһен үткәрҙе. Мин, ветеран уҡытыусы булараҡ, ошо матур сарала әҙиптең “Берҙән-бер моң” тигән һүрәтләмәһен яттан һөйләп, еңеүсе дипломына лайыҡ булдым. Халыҡҡа яҙыусының туған тел хаҡындағы уйҙарын, кисерешборсолоуҙарын, теле менән ғорурланыуын еткерә алғаныма ҡыуандым. “Минең телем-башҡорт теле! тип ғорурланыуҙан ҡурҡырға ярамай! Ағас һутты тамырҙары менән һура, әҙәм балаһына аҡыл әсә теле аша туплана. Һәр беребеҙҙә телебеҙгә оло ихтирам һәм мөхәббәт булғанда ғына беҙ уны сәләмәтләндереп ебәрә, матур яҙмышлы итә алабыҙ. Туған тел- кешеләргә йәшәү рухы өҫтәүсе йыр кеүек, иң бөйөк берҙән-бер моң ул!” ти һүҙ оҫтаһы.
Яҙыусының “Тормош. Яҙмыш. Булмыш” исемле документаль повесында олатаһы үҫмергә былай тип әйтә: “Тыуған ереңдәге һуҡмаҡтарҙы һағынып, уларҙы күрергә
атлығып йәшәһәң, ғумерең оҙон булыр...”. Ысынлап та шулай. Йән биргән төйәген һағынып, ашҡынып ҡайта аҡһаҡал. Ауылдаштары, туғандары, уҡыусылары менән осрашып һөйләшеүҙән ҙур кинәнес алып, көс туплай ул тыуған ауылында. Тыуған нигеҙе лә туҙҙырылмаған. Был нигеҙҙә бер туған апаһы Нәфисәнең улы Ғәфүр матур итеп донъя көтә. Йәй һайын ҡайтып, зыяратҡа барып, ата-әсәһенең, олатай-өләсәйҙәренең, яҡын туғандарының фатихаһын алып китә.
Бәхетле яҙмышлы оло шәхес ул Ноғман Мусин! Ринат Камал әйткәнсә, «Ноғман Мусин тарихта башҡорт урманы йырсыһы булып ҡаласаҡ, әҙәбиәтебеҙгә башҡорт
урмандары хазинаһын бүләк итеүсе булып хөрмәт ителәсәк - һәр ваҡытта ла, һәр заманда ла!» Кешелеклелеген, намыҫын юғалтмаған, хәләл көс менән йәшәгән,
донъяһында харам малдың остоғо ла булмаған уғата матур кеше! Ҡолғона ауылының иң матур урамдарының береһендә Аллаһ йорто булған мәсет һәм мәҙәни үҙәк бинаһы эргәһендә ҡунаҡсыл матур бер йорт ултыра. Ул Ноғман Мусиндың йорт-музейы. Яҙыусыға урман хужалығы министрлығы, урмансылар 70 йәшлек юбилейын
үткәргән ваҡытта бүләк иткәйнеләр. 2016 йылға тиклем был йорт яҙыусының ижад йорто тип йөрөтөлдө. Ноғман ағай ҡатыны Фәймә еңгә, ҡыҙҙары Фәрзәнә һәм Гөлшаттың көсө менән зауыҡ менән биҙәлгән күркәм өйгә әйләндерҙе. Экспонаттарҙы ғаилә Өфөнән килтерҙе, уларҙы матур итеп урынлаштырҙы. 5-се йыл был йорт Ҡолғона ауылы хакимиәтенең милке булып иҫәпләнә. Хакимиәт ошо ваҡыт эсендә күп кенә төҙөкләндереү эштәре алып барҙы. Түбәһе йылытылды, дүрт бүлмәгә ишектәр ҡуйылды, йылытыу системаһы яңыртылды. Әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торған йортмузейға әйләнде ул! Әҙәбиәт музейы, китаптар донъяһы! Быйыл яҙыусының 90 йәшлек юбилейы айҡанлы бик күп эштәр башҡарылды. Һәр үткәрелгән сарала мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәре, китапханасы, ағинәйҙәр ихлас ҡатнашты. Уларға рәхмәтем сикһеҙ! 6-сы, 7-се, 8-се класс уҡыусылары менән әҙиптең “Бер түтәрәм икмәк! хикәйәһе буйынса асыҡ дәрес, “Һүҙ тураһында һүҙ” репликаһы буйынса фәнни-ғәмәли конференция, республика буйынса үткәрелгән иншалар конкурсында ҡатнашыу, яҡташыбыҙҙың балалар өсөн яҙылған “Ҡарағай башында бер төн”, “Төлкөнө алдап буламы?” әҫәрҙәрен сәхнәләштереү, «Мәңгелек урман» дилогияhы буйынса «Мәңгелек урман. Урман мәңгелекме?» тигән темаға түңәрәк өҫтәлдә фекер алышыуҙар һәм башҡа сараларға бай булды йыл.
Тағы ла бер һөйөнөслө ваҡиғабыҙ бар - быйыл Ҡолғона урта мәктәбенә яҙыусының исеме бирелде! Ә инде май айынан музей ишектәре ябылманы ла! Әхмәр мәктәбе уҡытыусылары менән бик матур осрашыу үтте. Музейҙы күреп, рәхмәттәрен әйтеп киттеләр. Беҙ ҙә уларҙың килеүенә ҡыуандыҡ. Маҡар, Ишәй, Биксән, Әптек, Иҫке Һәйет уҡыусылары ла Ноғман Мусиндың тормошо һәм ижады менән ҡыҙыҡһынып, алыҫ араларҙы яҡын итеп экскурсияла булып киттеләр! Ә инде Ҡолғона мәктәбе уҡыусылары менән бәйләнеш күптән инде тығыҙ!
17 июлдә, тыуған көнөндә, яҙыусыны туғандары көтә. Ҡорбан ғәйете алдынан ҡорбан салдырып, ҡөрьән аяттары уҡытып, ғүмер байрамын билдәләргә ҡайта. Бәхетле яҙмышлы кеше һин, Ноғман ағай! Донъялар имен, тыныс булһын! Хоҙай Тәғәлә барыбыҙға сәләмәтлек насип итһен. Көҙгә яҙыусыбыҙҙың юбилейы уңайынан билдәләнгән ҙур сараларҙы ла гөрләтеп уҙғарырға яҙһын.