Мәҙәниәт
9 Июль 2021, 19:21

Туғандаш халыҡ моңо күңелгә яҡын

Ҡаҙағстандан килгән Милли гвардия йыр һәм бейеү ансамблен дә һоҡланып ҡараны Ишембай тамашасылары. Үҙҙәренә генә хас костюмдары , бейеү оҫталыҡтары , төрлө музыка ҡоралдарында уйнауҙары арбаны.

Ҡаҙағстандан килгән Милли гвардия йыр һәм бейеү ансамблен дә һоҡланып ҡараны Ишембай тамашасылары. Үҙҙәренә генә хас костюмдары , бейеү оҫталыҡтары , төрлө музыка ҡоралдарында уйнауҙары арбаны.
- Ишембайҙы бер аҙ күреп өлгөрҙөк. Йәшел, матур ҡала. Халҡы ла ҡунаҡсыл. Башҡорт халҡы менән беҙҙең оҡшалыҡ ҙур. Һеҙҙә - ҡурай, беҙҙә һыбыҙғы - оҡшаш музыка ҡоралдары. Думбыра ла бары тик ҡылдар һаны менән айырыла. Был байрам төрлө милләт халыҡтары менән аралашыуға, мәҙәниәттәре менән яҡындан танышыуға юл асты. Башҡортостанда беренсе тапҡырмын, тағы ла саҡырыу булһа, килмәй ҡалмайым, - тине ансамблдең художество етәксеһе Дархан Рәхимғәлиев.
Автор фотолары.
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас