Беренсенән, ҡалабыҙ 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтарын ҡабул итһә, икенсенән, ауыл эшсәндәрен ҙурлап һабантуйҙы ла уҙғарып ебәрҙек.
Һабантуй быйыл ҡалала үтеүе менән үҙенсәлекле ине. Көндөң тәүге яртыһында “Нефтсе” стадионында башланып китте ул. Ишембайҙарҙы тәбрикләргә Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы -ҡоролтай депутаты Александр Работяев һәм башҡа ҡунаҡтар килде. Төрлө наградалар, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыу ҙа байрамдың иҫтәлекле өлөшөнә әүерелде.
Тәүге булып сәхнәгә “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булыусы күп балалы әсәйҙәр күтәрелде. Төрлө тармаҡта эшләүсе хеҙмәт алдынғылары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Айырыуса ауыл хужалығында тырышыусыларға ҙур хөрмәт күрһәтелде. Яҙғы-баҫыу эштәре, малдарҙы ҡышлатыу буйынса өлгәшелгән күрһәткестәр буйынса ла алдынғы хужалыҡтар билдәләнде. “Иң яҡшы ауыл”, Өлгөлө шәхси ихата” конкурсын уҙғарыу ҙа районда матур йолаға әүерелгән. Байрамда быйылғы конкурс еңеүселәре лә асыҡланды.
Һабантуйҙың айырылғыһыҙ өлөшө булған төрлө спорт ярыштары, халыҡ уйындары тамамланыуға , фольклориада байрамы башланыуға ла ваҡыт етте.