Мәҙәниәт
9 Июль 2021, 04:05

Әсә күңелен шом биләй...

Әсә күңелен шом биләйЮлға йыйынһа бала.Күҙ йәштәрен эскә йотопОҙатып тороп ҡала.

Әсә күңелен шом биләй
Юлға йыйынһа бала.
Күҙ йәштәрен эскә йотоп
Оҙатып тороп ҡала.
Бер Аллаһы ғына белә
Иртән ниҙәр булаһын.
Борсола әсә йөрәге:
Ниҙәр күрер балаһы?
Нисә йәштә булһалар ҙа,
"Балам!" тиеп йән ата.
Малаймы ул йәки ҡыҙмы
Айырмайса ярата.
Аңлатырлыҡ һүҙҙәр бармы
Әсәләрҙең һағышын.
Аҡтан ғына булһа ине
Балаҡайҙар яҙмышы!!!

Автор:Сәфинә Әхмәтова-Рамазанова
Читайте нас