Мәҙәниәт
9 Июля 2021, 18:39

Ишембай сәхнәһендә сит ил ҡунаҡтары

Бөгөн 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтары Ишембайҙа булып ҡаланың Ленин исемендәге майҙанында иҫ киткес байрам ойошторҙо. Австрия, Испания, Ҡаҙағстан, Польша, Колумбиянан бөтәһе 160-лап кеше килде. Уларҙы Ишембайҙан 40-лап тәржемәсе, ирекмәндәр ҡаршы алды.

Фольклориада байрамы район һәм ҡалабыҙҙың бик күп коллективтарын да тупланы. Сараны асыу тантанаһы Ишембайҙың “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Петровчане”, “Хазина” фольклор коллективтары сығышы менән башланып китте. Уларҙы сит ил ҡунаҡтары алмаштырҙы. Австрия, Испания, Польша, Ҡаҙағстан, Колумбияның сәхнә оҫталары бер-береһен алмаштырҙы. Милли костюмдары, үҙҙәренә генә хас бейеүҙәре, йырҙары, музыка ҡоралдары ишембайҙарҙы әсир итте. Төрлө телдәрҙә һөйләшкән төрлө милләт халыҡтарын бөгөн мәҙәниәткә һөйөү берләштерҙе.
Тулы репортажды гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.
Автор фотолары.
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас