Мәҙәниәт
8 Июль 2021, 05:25

Икән...

Йәш өҫтәлә килә бирәуйландыра икән,үткән тормош, буш хыялдарэс яндыра икән.

Йәш өҫтәлә килә бирә
уйландыра икән,
үткән тормош, буш хыялдар
эс яндыра икән.

Юҡ-барына артыҡ көйөп
бармайһың да икән,
ә, шулай ҙа, йөрәк ҡайсаҡ
ҡыҫып ала икән.

Үткәндәге ҡылыҡтарға
оялдыра икән,
эс сереңде дуҫтарыңа
сисмәйһең дә икән.

Ҡайғы-хәсрәт сәскәйҙәргә
эҙҙәр һала икән,
һиҫкәндереп, тетрәндереп,
әрнетә лә икән.

Остоҡ ҡына шатлыҡҡа ла
ҡыуанаһың икән,
йәшәүҙәрҙән төңөлгәндә
уянаһың икән.

Ғүмер матур икәнлеген
аңлайһың да икән,
аҡыл ғына үтә һуңлап,
һуңлап керә икән.

Автор:Гөлфиә Ниғмәтуллина.
Читайте нас