8 июлдә Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә.
Был байрам бер нисә йыл элек Муром ҡалаһында барлыҡҡа килә. Тап ошо ҡалала христиан никахы яҡлаусылары – Петр һәм Феврония ерләнгән була. Ғаилә яуаплы мөхәббәт, хөрмәт итә белеү, тоғро булыу менән бер рәттән социаль берәмек тә булып тора.
Ошондай күркәм байрам уңайынан Петровск ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре "Аҡ ромашкалар әйлән-бәйләне" тигән сара үткәрҙе. Унда ҡатнашырға Ниғмәтуллиндар, Челмаевтар һәм Минһажевтар ғаиләһе саҡырылды.
Ҡунаҡтар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән байрам тарихын тыңланы, төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Сара аҙағында бөтәһе лә татлы тәмлекәстәр менән һыйланды.