Смаҡайҙа йәшәүсе Гөлфәйрүз һәм Ишбулды Исмәғилевтарҙың ишле ғаиләһе күптәргә таныш. Төрлө милләт балаларын бер ҡанат аҫтына туплаған изге йөрәкле ғаилә ошо көндәрҙә Өфөлә Бөтә донъя Фольклориадаһын асыу тантанаһын күреп ҡайтты.
Гөлфәйрүз Абзалҡан ҡыҙы тәрбиәгә алған 9 балаһы һәм Республика Башлығы Радий Хәбиров менән CIOFF (Фольклор фестивалдәр һәм халыҡ сәнғәте ойошмаларының Халыҡ-ара советы) Президенты Филипп Боссан менән төшкән фото хәҙер ғаилә архивында тағы бер иҫтәлекле мәлде хәтерләтеп торасаҡ.
- Республика Башлығынан һәм ҙур ойошма етәксеһенән саҡырыуҙы тулҡынланып ҡабул итһәк тә, бөтә нәмә әҙер ине. Милли кейемдәребеҙ гел үҙебеҙҙең эргәлә. Балалар төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашып үҫте, үҙ телдәрен, йыр-моңдарын белһендәр, тип тырыштыҡ. Тантана онотолмаҫ кисерештәр ҡалдырҙы, республикабыҙ, күп милләтле илебеҙ өсөн ғорурлыҡ кисерҙек, - ти Гөлфәйрүз ханым. Ишбулды Минегәрәй улы ғына ғаиләһе менән был көн бергә була алмай, оло йәштәге әсәһе ҡарауға мохтаж.
Исмәғилевтарҙың ғаилә тарихы – үҙе бер китапҡа торошло. 1984 йылда Быраулау эштәре идаралығы бригадаһы составында Ишембай егете Ишбулдыны Ҡаҙағстандың Зайсан ҡасабаһына нефть быраулау эштәренә ебәрәләр. Шул уҡ осор күрше генә ҡасабанан ҡаҙаҡ ҡыҙҙар-егеттәрен Ишембай уҡыу комбинатына уҡыуға йыялар. Өфөгә юл тотҡан поезда һөйләшеп һүҙе бөтмәгән егет менән ҡыҙ Ишембайҙа никахлашып ҡуя. Үҙҙәренең ике ҡыҙын үҫтереп, бер-бер артлы тағы 9 баланы ҡарауға алған Исмәғилевтар бөгөн оло сауаплы эштәренең емештәрен татый кеүек.
- Яҙмышыма рәхмәтлемен. Ирем, балаларым алтын. Үҙебеҙҙең ике ҡыҙ үҫеп килә ине, туғандарыбыҙ ғаиләһендә бәхетһеҙлек булып, уларҙың ике балаһын тәрбиәгә алдыҡ. Унан инде улары ла үҫеп, беҙҙең хәстәрлекте, тәрбиә бирә алыуыбыҙҙы күрепме, беҙ тағы бер-нисә балаға ярҙам итә алабыҙ бит, тинеләр. Ихлас ниәт кенә уңышҡа, бәхеткә килтерә, - тип уртаҡлашҡайны бынан алда Гөлфәйрүз - 11 балаға әсәлек наҙын бер тигеҙ бирә алған яҡташыбыҙ.
Филипп Боссанға балалар үҙҙәре семәрләп эшләгән ағас һауытта Ишембай балын бүләк итте. Байрамдың ҡәҙерле ҡунағы булыу уларҙы атай-әсәйҙәре, татыу ғаиләләре абруйы хаҡында ла уйландырған.
Ә Өфөнән ишле ғаилә Чебоксарға юл тотто. Бөгөн унда уларҙы “Волга буйының уңышлы ғаиләһе” фестиваль-конкурсы көтә. Район хакимиәте, мәҙәнит бүлеге белгестәре ярҙамын тойоп, сәфәргә әҙерлекле сыҡтылар. Барыбыҙҙан бер теләк - үҙегеҙгә генә хас ихласлыҡ, изгелек нурҙары менән мәртәбәле конкурсты балҡытып ҡайтығыҙ, Исмәғилевтар!