Мәҙәниәт
6 Июль 2021, 04:55

Хөрмәтле ишембайҙар һәм ҡунаҡтар!

Һеҙҙе 9 июлдә Ленин исемендәге майҙанда һәм “Нефтсе” стадионында ҡала форматында уҙғарыласаҡ Һабантуй байрамына һәм VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтары сығыштарын ҡарауға саҡырабыҙ.

Һеҙҙе 9 июлдә Ленин исемендәге майҙанда һәм “Нефтсе” стадионында ҡала форматында уҙғарыласаҡ Һабантуй байрамына һәм VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтары сығыштарын ҡарауға саҡырабыҙ.
Саралар барасаҡ биләмәгә инеү иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем биш пропуск пункты (металл детекторлы аркалар) аша ойошторола. Байрамға килеүселәрҙе сәнселергә, киҫелергә мөмкин предметтар, быяла, тимер шешәләр һәм банкалар, спиртлы эсемлектәр булмауына тикшерәсәктәр.
Туҡталҡа мәсьәләһе лә хәл ителгән. Автомобилдәрҙе Бульвар урамында, Ленин проспектынан Гагарин урамы буйлап, Ленин проспекты, 2-се йорт эргәһендәге майҙансыҡта, Ленин проспектынан Совет һәм Стахановсылар урамдары буйынса парковкаларға мөмкин. Битлек режимын мотлаҡ үтәү талап ителә.
“Урбан-Һабантуй” - 11.00 сәғәттә, Фольклориада 13.00-да башлана.
Иҫтәлекле байрамға рәхим итегеҙ!
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас