"Самауыр party" кисәһенә йәше-ҡарты йыйылды. Күңелле уйын-конкурстар, төрлө милләт көйҙәренә күмәкләк бейеү, караокеға ҡушылып йырлау һәр кемдең күңеленә хуш килде. Һәм әлбиттә, яңы йүкә балы, Гөлсәсәк еңгә Шәрипованың ҡурай еләге ҡайнатмаһына ҡушып хуш еҫле үләнле самауыр сәйе йылы йәйге кистә онотолмаҫлыҡ хәтирә булды.