Мәҙәниәт
2 Июль 2021, 09:05

Ҡала һабантуйына рәхим итегеҙ!

Ҡалабыҙҙың "Нефтсе" стадионында URBAN-Һабантуй ойоштороласаҡ.

Ҡалабыҙҙың "Нефтсе" стадионында URBAN-Һабантуй ойоштороласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, йола буйынса үтергә тейеш Һабантуй байрамы 10 июлдә булмаясаҡ. Уның урынына 9 июлдә "Нефтсе" стадионында URBAN-Һабантуй йәки Ҡала һабантуйы үтәсәк. Сара иртәнге 11.00 сәғәттән башлана.
Шул уҡ ваҡытта Ленин майҙанында VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә ойошторолған халыҡ ижады күргәҙмәләре, уйын майҙансыҡтары эшләйәсәк.
Ә 14.00 сәғәттә Ҡаҙағстан, Австрия, Колумбия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Испания, Израил һәм Польша илдәренән ижади коллективтар сығышына рәхим итегеҙ!
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас