Мәҙәниәт
29 Июнь 2021, 18:10

ФӘДИС ҺӨЙЛӘЙ

Фәдис (биш йәш) ишектән кергән атаһына ҡаршы йүгерә: – Тиҙерәк телевизор ҡара: эшләмәй генә бик байыҡҡан ағайҙы күрһәтәләр! – ти ҙә өҫтәп ҡуя: – Ә һин: “Тырышып эшләгәндәр генә байыға”, – тиһең. Алдайһың бит, атай!

ФӘДИС ҺӨЙЛӘЙФӘДИС ҺӨЙЛӘЙ
ФӘДИС ҺӨЙЛӘЙ

Фәдис (биш йәш) ишектән кергән атаһына ҡаршы йүгерә:

– Тиҙерәк телевизор ҡара: эшләмәй генә бик байыҡҡан ағайҙы күрһәтәләр! – ти ҙә өҫтәп ҡуя: – Ә һин: “Тырышып эшләгәндәр генә байыға”, – тиһең. Алдайһың бит, атай!

***

Фәдистең әсәһе дачала тәҙрә рамдарын буяп йөрөй.

– Һәйбәт буя, әсәй, кешегә түгел, үҙеңә эшләйһең! – тип өйрәтә Фәдис.

***

Фәдис балалар баҡсаһында тәрбиәсегә һорау бирә:

– Был күлдәгеңде икенсе көн кейеп килдең, бүтәне юҡмы ни?

***

Фәдистең әсәһе:

– Хәҙер Фәриҙә апайың имтихан тапшырып ҡайта, – ти.

– Имтиханды ниңә тапшыра? – Фәдис ғәжәпләнә.

– Белемле булырға. Уҡыған кешенең теле икәү була, – тип аңлата әсәһе. Фәриҙә имтиханын һәйбәт тапшырған икән – өлкәндәр уны ихлас ҡотлай. Фәдис апаһы янына килә лә:

– Хәҙер икенсе телеңде күрһәт! – ти.

ФӘДИС ҺӨЙЛӘЙ
ФӘДИС ҺӨЙЛӘЙ
Читайте нас