Мәҙәниәт
28 Июнь 2021, 11:46

Һинең кеүек әсәй була алһам...

Күпме йылдар үтеп китте индеҺинһеҙ, әсәй, йәшәп ятыуға.Тик барыбер һаман күнегеп булмайЕрҙә һинһеҙ таңдар атыуға.

Күпме йылдар үтеп китте инде
Һинһеҙ, әсәй, йәшәп ятыуға.
Тик барыбер һаман күнегеп булмай
Ерҙә һинһеҙ таңдар атыуға.

Балҡып-көлөп ҡаршыларһың төҫлө
Ҡыҙҙарыңдың эштән ҡайтыуын.
Ҡолаҡтарҙа ғына яңғырап тора,
Балаҡайым, тиеп әйтеүең.

Һыу-һауаһыҙ йәшәп булмағандай,
Һинһеҙ йәшәү – оло бер ғазап.
Үкенестәр ниңә был донъяла
Сыбыртҡылай һуңлап, тик аҙаҡ.

Бергә саҡтар әгәр кире ҡайтһа,
Көн-төн тыңлар инем үҙеңде.
Сараһыҙлыҡ сабырлыҡтан аша,
Йылдар һынай минең түҙемде.

Һинең ғүмер беҙҙең хәтер менән,
Тормош менән йәшәп ялғана.
Һис үкенмәҫ инем һинең кеүек
Әсәй була алһам балама.

Автор:Зөһрә Ҡотлогилдина.
Читайте нас