Мәҙәниәт
28 Июнь 2021, 18:04

БАЛА ҺИНЕКЕ ТҮГЕЛ!

Танышым ҡунаҡҡа килде. Ғайса (ете йәш) менән аралаша. – Вәсил ағай, һинең балаң бармы? – Бар. – Уға нисә йәш? – 43 (шаярта – 14 йәш). – Вәсил ағай, ә һиңә нисә йәш? – 34 (дөрөҫ).

БАЛА ҺИНЕКЕ ТҮГЕЛ!БАЛА ҺИНЕКЕ ТҮГЕЛ!
БАЛА ҺИНЕКЕ ТҮГЕЛ!

Танышым ҡунаҡҡа килде. Ғайса (ете йәш) менән аралаша.

– Вәсил ағай, һинең балаң бармы?

– Бар.

– Уға нисә йәш?

– 43 (шаярта – 14 йәш).

– Вәсил ағай, ә һиңә нисә йәш?

– 34 (дөрөҫ).

Байтаҡ уйланғандан һуң Ғайса:

– Вәсил ағай, белеп ҡуй: ул һинең балаң түгел!

 

ИКӘҮ ГЕНӘ

– Атай, алкаш кем ул?

– Анау дүрт ҡайынды күрәһеңме? Улар алкашҡа һигеҙ булып күренә. Аңланыңмы?

– Аңланым, атай. Тик унда ике генә ҡайын...

 

ТУНДА ЙЫЛЫРАҠ

– Атай, ниңә беҙҙең машинабыҙ юҡ?

– Сөнки әсәйеңә тунда йылыраҡ.

БАЛА ҺИНЕКЕ ТҮГЕЛ!
БАЛА ҺИНЕКЕ ТҮГЕЛ!
Читайте нас