Шулай итеп, конкурс һөҙөмтәләре билдәле һәм республикалағы 15 мәҙәниәт йорто матдитехник базаларын үҫтереүгә аҡса аласаҡ. Конкурста республиканың 50 меңгә тиклем халҡы булған муниципаль район һәм ҡала округтары учреждениелары ҡатнаша алды. Быйыл бөтәһе 30 мәҙәниәт йорто заявка биргән булған. Уңышлы ғәмәлгә ашырылып килгән был проект ярҙамында республикала йыл да 15 мәҙәниәт усағына тос финанс ярҙам бүленә. Ул аҡсалар иҫәбенә автобустар, аппаратура, костюмдар алына, сәхнәләр заманса төҙөкләндерелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда мәҙәниәт усаҡтарын финанслау күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынға сыҡты. Ә
“Йәнтөйәк мәҙәниәте” проектын тормошҡа ашырыу буйынса 2021 йылдың февралендә беҙҙең төбәк федераль кимәлдә лидерҙар иҫәбендә билдәләнгәйне. Унда республиканың федераль бюджеттан бүленгән аҡсаларҙы ваҡытында тотоноуы һәм шулай уҡ төбәктән дә мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индерелеүе баһаланды.