Мәҙәниәт
25 Июнь 2021, 11:00

Ер биҙәргә тыуған оҫта

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, журналист, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы, «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры Мусин Ноғман Сөләймән улына быйыл 17 июлдә 90 йәш тула.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, журналист, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы, «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры Мусин Ноғман Сөләймән улына быйыл 17 июлдә 90 йәш тула.
Әлбиттә, тәбиғәт йырсыһы тип танылған яҡташыбыҙ ижадына тәү сиратта бөгөнгө йәш быуын иғтибарын йәлеп итке килә. Өлкәндәргә лә яҡташыбыҙҙың әҫәрҙәрен иҫкә төшөрөү, ҡайһы берҙәрен ҡайтанан уҡып сығыу тик файҙаға булыр. Ошо маҡсаттан Үҙәк район китапханаһы “Торатау” гәзите редакцияһы менән берлектә Ноғман Мусиндың тормошона һәм ижадына бағышланған викторина һорауҙары тәҡдим итә.
1. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Н. Мусиндың тыуған яғы, тыуған йылы?
2. Н. Мусин хеҙмәт юлын ҡасан һәм кем булып башлап ебәрә?
3. Тәүге әҫәре ниндәй исем менән ҡасан, ҡайҙа баҫыла?
4. Яҙыусының тәүге повесы нисек атала һәм ниндәй баҫмала донъя күрә?
5. “Ноғман Мусин - повесть оҫтаһы: уның повестары мауыҡтырғыс сюжетҡа ҡоролған, тормошсан”. Был һүҙҙәрҙе кем әйткән.
6. Н. Мусиндың тәүге романы нисек атала?
7. “Мәңгелек урман” әҫәре үҙ эсенә нисә быуат ваҡиғаларын һыйҙырған?
8. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем Ноғман Сөләймән улына ҡасан бирелә?
9. Беҙҙең яҡтың Ер биҙәге булыр – Ил биҙәргә тыуған оҫталар: Үҙ данына һис бер иҫе китмәй Халҡы данын улар тоталар! - был шиғыр юлдарының авторы кем?
10. Н. Мусиндың “Һайланма әҫәрҙәре”нең ун беренсе томына авторҙың ниндәй әҫәрҙәре тупланған?
11. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән исем яҙыусыға нисәнсе йылда бирелә?
12. “Йыртҡыс тиреһе” китабы нисәнсе йылда донъя күрә?
13. “Һайланма әҫәрҙәремдең был томы – тик хикәйәләрҙән генә торған тәүге китабым”. Н. Мусин “Һайланма әҫәрҙәре”нең нисәнсе томы тураһында һүҙ алып бара?
14. “Һунарсы хикәйәләре” циклына ингән әҫәрҙәрен һанап сығығыҙ?
15. “Алдар-батыр” романының төп геройы?
16. “Ергә баҡ, Кешем, ҡоро һүҙ һөйләмә, шундағы тормоштан фәһем ал да киләсәгең тураһында ныҡлап уйлан!”- был юлдар Н. Мусиндың ниндәй әҫәренән алынған?
17. Яҙыусының Аяҙытау ауылы кешеләренең тормошон һүрәтләгән әҫәрен атағыҙ?
18. Н. Мусиндың документаль повесы нисек атала?
19. Н. Мусиндың йорт-музейы ҡасан һәм ниндәй исем аҫтында асыла?
20. “Һайлап алған яҙмыш” повесмы әллә романмы, был әҫәрҙең нисә варианты булған?

Һорауҙарға яуаптарҙы 26 июлгә тиклем ҡабул итәбеҙ. Уларҙы Ишембай ҡалаһы, Революция урамы, 6 (Үҙәк китапхана) йәки Совет урамы, 88 (“Торатау” гәзите редакцияһы) адрестары буйынса ябай хат рәүешендә лә, электрон почта аша ла ебәрә алаһығыҙ.
ishbibl-oo@mail.ru - китапхананың электрон почтаһы; toratau@mail.ru – “Торатау” гәзитенең электрон почтаһы. Еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр һәм Ҡолғонаға Ноғман Мусиндың йорт-музейына сәйәхәт көтә!
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Автор:Викторина һорауҙарын китапхананың хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Минзәлә МЫРҘАБАЕВА төҙөнө.
Читайте нас