Ишеттегеҙме бер хәбәр -
Еләк бешкән ҡыҙарып.
Әле бына алып ҡайтты
Берәр силәк ҡыҙҙарым.
"Һә" тигәнсе һауыттарын
Тултырған да ҡуйғандар,
Тәлгәшләп тә йыйғандар,
Хатта ашап туйғандар.
Биргәнеңә шөкөр, Аллам,
Доғалар ҡабул булды,
Быйыл да мәхрүм итмәнең,
Быйыл да еләк уңды.