Мәҙәниәт
20 Июнь 2021, 13:48

Ауыл хәбәрҙәре

Миндек бәйләү борондан килгән шөғөлдәрҙең береһе булып тора. Ата-бабаларыбыҙ йәй етеү менән ҡышҡылыҡҡа күп итеп миндек әҙерләп, шифалы үләндәр йыйып ҡуйғандар. Бына беҙҙә миндек бәйләүҙе үҙебеҙҙең бренд сараларының береһе итеү маҡсатында "Миндек бәйләү" йолаһын ойошторҙоҡ.

Сарабыҙҙа миндекте ҡасан, нисек, ни өсөн әҙерләүҙәре һәм ул эште нисегерәк башҡарыуҙарын еткерергә тырыштыҡ. Әйткәндәй,был йоланы "Торатау мираҫы" конкурсына сығарып өсөнсө урын алып ҡайтҡайныҡ та инде.
Беҙҙең сараларҙа әүҙем ҡатнашып йөрөгән апайҙарға, егет -ҡыҙҙарға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Читайте нас