Мәҙәниәт
19 Июнь 2021, 18:57

Һуғыш осоро балаларын ҙурланылар

Бөгөн Байғужа ауылы ағинәйҙәре бала саҡтары һуғыш осорона тура килгән ауылдаштарын күркәм сараға йыйҙы.

Бөгөн Байғужа ауылы ағинәйҙәре бала саҡтары һуғыш осорона тура килгән ауылдаштарын күркәм сараға йыйҙы.
Ҡасандыр Байғужала тыуып–үҫеп, аҙаҡ башҡа тарафтарға күсеп киткәндәр ҙә ситтә ҡалманы. Улар хөрмәтенә матур табын әҙерләнгәйне. Сәй өҫтәле артында хәтирәләр яңырҙы. Бер -береһе менән күптән күрешмәгән инәй-бабайҙарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Һуғыш йылдарында татығын михнәттәрҙе иҫкә төшөргәндә, күҙҙәр йәшләнде. Йыр-моңға оҫта ағинәйҙәр үҙҙәренең сығыштары менән ололарҙың күңелен күрҙе. Уларға ҡәҙерле ҡунаҡтар ҙа ҡушылды. Күңелгә ғүмерлеккә һеңгән йәшлек йырҙары яңырҙы.
- Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл. Ауылыбыҙҙағы һуғыш яугирҙарының да аҙаҡҡыһын быйыл һуңғы юлға оҙаттыҡ, тылда эшләүселәр ҙә ҡалманы. Балалыҡтары һуғыш осорона тура килгәндәр ҙә хәҙер 80-90 йәшкә еттеләр. Тап уларҙы осраштырып күрештереү, хөрмәтебеҙҙе күрһәтеү ине бөгөнгө сарабыҙҙың маҡсаты , - тине Байғужа ауылының ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Рәмзиә Йәғәфәрова.
Оло инәйҙәргә матур яулыҡтар, бабайҙарға таҡыялар ҙа әҙерләгәйнеләр. Бында ла ололарға ҡарата күңел йылылығы, ихтирам билдәһе сағылды.
Изге башланғысығыҙ дауамлы булһын, ағинәйҙәр. Ололарҙы ололап, йәштәргә лә бик матур өлгө күрһәттегеҙ.
Осрашыу тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.
Автор фотолары.
Читайте нас