Мәҙәниәт
12 Июнь 2021, 03:00

Байрам менән, ватандаштар!

Хөрмәтле ишембайҙар! 12 июндә беҙ Рәсәй көнөн – меңәр йыллыҡ тарихы һәм ҡабатланмаҫ бай мираҫы булған бөйөк илдең көнөн билдәләйбеҙ. Үҙенең сикһеҙ киңлектәрендә бик күп милләтте һәм мәҙәниәтте берләштергән ил байрамы ул. Беҙ Ватаныбыҙҙы тәбрикләйбеҙ, уның менән һәр ваҡыт - бәхетле, имен көндәрендә лә, ауыр һынауҙар алдында торған осорҙа ла - ғорурланып йәшәнек һәм йәшәйәсәкбеҙ.

12 июнь – Рәсәй көнө

Ишембайҙарҙы илдең төп дәүләт байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйбеҙ. Ғаиләләрегеҙҙә тыныслыҡ һәм именлек булһын, тыуған еребеҙ тотороҡло үҫешһен һәм сәскә атһын!

Галина БАКАНОВА,
Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.
Азамат АБДРАХМАНОВ,
Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
Читайте нас