Мәҙәниәт
11 Июнь 2021, 05:30

Күреп ҡалығыҙ!

Торатау итәгендә төшөрөлгән кадрҙарҙы бөтә Рәсәй халҡы күрә ала. 12 июндә, Рәсәй көнөндә SMOTRIM.RU мультимедия онлайн-платформаһында төнгө сәғәт 12-лә “Тыуған илем киң минең...” телемарафоны старт аласаҡ. Унда илебеҙҙең 80 төбәге хаҡында видеояҙма күрһәтеләсәк.

Беҙҙең республиканың “визиткаһын” төшөрөү урыны тип Торатау итәге һайланғайны. Бында район-ҡалабыҙҙың ижади коллективтары башҡорт халыҡ йырҙарын һәм бейеүҙәрен башҡарҙы, ҡурай моңдарын яңғыратты, көрәшселәр алышы үтте. Тамашасылар шулай уҡ башҡорт халҡы йолалары, бауырһаҡтың нисек әҙерләнеүе менән дә таныша аласаҡ. Ишембайҙа йәшәүсе 11 бала тәрбиәләгән (шул иҫәптән туғыҙы ҡарауға алынған) Гөлфәйрүз Исмәғилова үҙенең ғаиләһе хаҡында һөйләйәсәк.
Фото: скрин видео https://www.youtube.com/watch?v=HpYo2woUQdU
Читайте нас