1. Сая йылғалары аға,
Сая йылғалары аға,
Текә ярҙарға тулып.
Ағыр инем шул яҡтарға,
Ағыр инем шул яҡтарға,
Шишмә моңдары булып.
Ҡушымта:
Ҡайтам әле Әлдермешкә,
Әлдермешкә ҡайтам әле.
Шишмәгә төшәм әле,
Шишмәгә төшәм әле.
Һаман һине һөйәм тиеп,
Һаман һине һөйәм тиеп,
Серемде сисәм әле,
Серемде сисәм әле.
2. Һыу сәсрәтеп уйнап үҫтек,
Һыу сәсрәтеп уйнап үҫтек,
Һөйҙөркә буйҙарына.
Эре һыу тамсыларындай,
Эре һыу тамсыларындай,
Ҡалдың һин уйҙарымда.
3. Әлдермеш яҡтарын биҙәй,
Әлдермеш яҡтарын биҙәй,
Мөхәббәт үҙәндәре.
Ут йөрәкле егеттәре,
Ут йөрәкле егеттәре,
Тиңдәшһеҙ гүзәлдәре.