Ишембай районының Иҫәкәй ауылында тыуып үҫкән яҡташ шағирә Ғәлиә Кәлимуллина бөгөн тыуған көнөн билдәләй
Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙын күркәм байрамы менән ҡотлап, ижади үрҙәр, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
ҺӨЙӨҮ НИМӘ?
Һөйөү ни икәнен аңлар өсөн,
Терелергә тейешһеңдер, үлеп.
Исмаһам бер!
Исмаһам бер тапҡыр
Йөрәгеңде ҡараһындар телеп...
Йә арҡаңа бысаҡ ҡаҙаһындар,
Тоҙ һипһендәр шунан сей яраңа.
Үлгән ерҙән ҡабат терелтһендәр,
Терелткәне өсөн...хаҡ һорарға.
Мин кисерҙем.
Аңлап, аңламаймы,
Ҡабул иттем уны шул килеш тә...
Һәм... яраттым!..
Һуҡыр, һаңғырау булдым...
Шулай әйтеп булһа...
Йә килешһә.
Һөйөү үтте...
Хәҙер үҙ-үҙемде
Һис тә аңлап бөтә алмам төҫлө.
Әллә йөрәк һуҡыр саҡта ғына,
Һөйөү беҙҙән буламы икән көслө?!.
Күҙем ҡасан асылдымы?
Әллә...
Асылманы. Көсләп астырҙылар.
Нисек терелдемме?
Уныһын беләм.
Батып барған ерҙән тартып алып,
Усаҡ уртаһына баҫтырҙылар...
Янып, көлгә ҡалған ерҙән, яңы,
Ҡалҡып сығып киләм ер йөҙөнә.
«Һөйөү нимә?» - тигән һорауҙы мин
Һаман бирәм әле үҙ-үҙемә...
ҮҘЕҢ ҺАҠЛА, РАББЫМ!
Ҡояш ише генә булып байып,
Оҙата алһам ине донъяларҙы.
Балаларҙың бәхҽттәрҽ өсөн
Һаҡла, Раббым, ҡорған ояларҙы.
Һаҡла инде, Раббым.
Тотолоуҙан
Балаларҙың һин Ҡояшын һаҡла.
Һәм төштәрен һаҡла, йәнкәйҙәре
Бөтөн генә булһын, Раббым, яҡла.
Донъялары имен генә булһын,
Яҙ-йәйҙәрен,
Көҙ-ҡыштарын һаҡла.
Ҡанаттарын һаҡла, теүәл булһын,
Үҙең һаҡла, Раббым, үҙең яҡла.
Ҡиблаларын һаҡла, алһыу ғына
Булһын ине, берүк, шәфәҡтәре.
Көмбәҙ булһын хыял күктәрендә
Аяуҙарың менән шәфҡәттәрең...
Балаларым – бәхҽт ҡанаттарым,
Йыһаныма бағам һеҙ тип кенә.
Һеҙ аяулы саҡта – йәнем тыныс,
Һеҙ аяулы саҡта ҡояш көлә...
ЯҘЛЫ САҠ
Күңелемә тулды яҙҙар,
Иреп аҡты ҡарҙар.
Ҡар һыуҙарына барам да
Һөҙөп алам йырҙар...
Һөҙөп кенә алырмын да
Түкмәй - сәсмәй генә...
Йырлай - йырлай юлланырмын
Яҙлы йәшлегемә.
Аҙашмамын. Бында күңел
Үтә күренмәле.
Хәйер, ул бит бер ҡасан да
Артыҡ төрөнмәне...
Төрөнмәне - өшөмәне,
Ирене лә аҡты...
Ҡар һыуына килдем эҙләп
Эй саф ҡына саҡты.
ЭҢЕР
Йәнтәслимгә донъя ҡыуған булдым,
Ул да алдан сапты зый тәгәрәп.
Көндәр оҙон инҽ,
Төндәр - ҡыҫҡа...
Күктәр бҽйҽк инҽ,
Ер - түңәрәк.
Йөрәк иҫләмәй ҙә кҽүҽк хәҙҽр,
Көндөң - оҙон,
Төндөң ҡыҫҡа сағын.
Ҡояш мҽнән ярышыуҙан ялҡты
Көткән донъяларҙың усаҡтары.
Күктәр тәпәшәйҙҽ,
Эңҽр яҡын...
Ер ситҽнә ҡул һуҙымы ара.
Ҡояш булып,
Бҽр түтәрәм ғүмҽр
Яйлап ҡына, ана, шыуып бара...
ҺӨЙӨҮ БАҠСАҺЫ
Өшөгәндәр…
Ялҡын-таждарына
Төн ҡараһы ҡалған ҡайылып.
Йән өрәйем тием,
Имләйемсе
Йәнем-тәнем менән һыйынып...
Боҙ тамсыһы
Шартлап ярылмаҡсы
Рауза сәскәләрен ҡоршаған.
Йөрәгем дә
Боҙға ҡуша туңған
Ошо сәскәләргә оҡшаған.
Шартлар хәлгә еткән
Боҙ шаршауын
Йыртып сығып килә ут булып.
Булыр микән
Ҡырау-һынауҙарҙан
Ҡояш ҡалҡыу менән ҡотолоп?..
Ә күңелдә – рауза сәскәләре,
Ә күңелдә – ҡояш, яҙ, һағыш...
Ҡырау төшмәһен тим,
Тәүәкәлләп,
Һөйөү баҡсаһына ут яғыш...
КЕМГӘ - НИМӘ...
Ваҡыт һынаны һинҽ лә,
Минҽ лә.
Һәр кҽм тартыла үҙҽнҽң
Тиңҽнә.
Тайға эйәрә, ти, аттың
Аҙғыны.
Сығынсы тай булды һиңә
Яҙғаны.
Аҫау инҽң хужа саҡта
Өйөргә.
Хәҙҽр кәрәк тай-тулаҡса
Бҽйҽргә.
Ул тай әлҽ ҡоймаған да
Уҡаһын.
Татымаған был тормоштоң
Һуҡаһын.
Сығынларға ғына тора
Тигҽнгә.
Һис кҽнә лә өйрәнмәгән
Егҽнгә.
Мин - тәртәлә. Күндәм. Һабыр.
Ҡанатлы.
Күндәмлҽктҽ тәртәләр ҙә
Яратты.
Тәртәләргә үҙҽм инҽп
Егҽләм.
Ҡанат барҙа бҽр йөктән дә
Еңҽлмәм.
Иңдәрҽмдҽ яҙмыш нисә
Ҡанатты.
Ҡан илаған ҡанаттарҙы
Һайратты!..
Тәртәлә мин. Тәртәләрҽм -
Ҡанатлы!
Ҡанаттарҙы тәртәләр, эй,
Яратты!
Кҽмгә - нимә...
Ваҡыт бирә
Тҽйәрҽн.
Ҡулдарымда - ҡанатлы ат
Эйәрҽ...